-4 °С
Облачно
Интернеттан ҡарап, ниндәй үлән, нимәгә файҙалы икәнен беләм, тәжрибәлерәктәрҙең һыналған, файҙаһы тейгән рецептарын алып ҡулланам. Боланут үләнен (Иван-чай) һәр йыл йыйып, әҙерләргә тырышабыҙ. Унан ҡара сәй ҙә, йәшелен дә эшләйем. Был үләнде сәскә атҡан ваҡытында йыйыр кәрәк, икенсе йылға ла үҫһен өсөн тамырына зыян килтерергә ярамай, ҡыҙғанысҡа, ҡайһы бер кешеләр ҡомһоҙланып, тамыры менән бергә йолҡоп алып китәләр.
Болонуттың япрағын һыпырып алып ҡайтабыҙ ҙа, сүп үләндәренән айырып, тикшергәндән һуң, ҡамыр баҫҡан һымаҡ иҙгеләп, ҙур эмаль кәстрүлгә ауыр берәй нимә менән баҫтырып, берәй суткаға алып ҡуям. Был этап - ферментация тип атала.
Ирина Ибраһимова, Ермолаево ауылы.
Материал тулы килеш гәзиттә баҫылды.