-4 °С
Облачно
Шулар араһынан иң файҙалаһы тип кейәү үләнен билдәләп үтергә була. Беҙҙең яҡта ул бик күп, бөтә ерҙә лә тиерлек үҫә, кешеләр тапап йөрөй. Әлеге ваҡытта йыйһаң, тиҙ генә кибә.Тап ошо файҙалы үләндән бер нисә рецепт тәҡдим итәм.
Йүткереү борсотҡанда, бер аш ҡалағы кейәү үләнен бер стакан ҡайнар һыуға һалып, 10 минутҡа өҫтөн ҡаплап ҡуйаһың, иртәле-кис йылымыс көйөнсә, ярты стаканлап ас ҡарынға эсергә кәрәк.
Күҙҙәр яҡшы күрһен өсөн, барыбыҙ ҙа эскән ҡара сәй эргәһенә, бер ҡалаҡ кейәү үләнен һалып 10 көн эсһәң күҙҙең яҡшырыуы һиҙелер.
Таңһылыу Исламғолова, Яҡут ауылы.