-4 °С
Облачно
Иң беренсе таҙа ерҙән йыйыу мотлаҡ, машиналар күп йөрөгән юл эргәләренән, ағыу һиптерелгән баҫыу эргәһенән йыйыу тыйыла. Шифалы дарыу аяҡ аҫтында үҫеүен иҫтә тотор кәрәк. Һеҙҙең иғтибарға үҙем белгән, бар ерҙәр лә күпләп үҫкән үләндәрҙән, бик ябай һәм еңел рецептар тәҡдим итәм.
Ҡан тамырҙарың таҙартыр өсөн, 3 туҡранбаш(клевер) сәскәһен, бер стакан ҡайнаған һыуға һалып 20 минут төнәтергә, көнө буйы әҙ-әҙләп 10 көн эсергә. Баш ауыртыуҙары баҫылып, ҡаның таҙарып ҡалыр.
Кемдәрҙе баш ҡауағын ҡубыу (перхоть) борсой, уларға 4 аш ҡалағы меңъяпраҡ үләнен 0,5 литр һыуға һалып ҡайнатырға, һыуытып, һөҙөп баш тиреһенә һөртөп, 30 минут тоторға һәм йылы һыу менән йыуып төшөргә кәңәш итәм.
Фәүриә Исхаҡова, Яңы Юл ауылы.