Все новости
Тәбиғәт һәм беҙ
29 Августа 2022, 08:43

ЙӘЙ ХУШЛАША...

Лариса АБДУЛЛИНА. 

ЙӘЙ ХУШЛАША...
ЙӘЙ ХУШЛАША...

Хушлаша йәй. Һуңғы яҡтылығын
Бүләк итеп һона көнөнә.
Ул бәхетле булып олпатланған
Һиҙгер ҡатын кеүек күренә.

Йәй хушлаша. Һүрән йылылығы
Бары тышҡы ғына һыҙаты.
Йөрәгендә һаҡлар ҡайнарлығын
Көҙ артынан ҡышты оҙатып.

Хушлаша йәй. Һиҙҙең микән шуны:
Ниндәй тантаналы күренеш?
Сайпылырға торған кисерешкә
Илтифатһыҙ ҡалдың ти, имеш...

Йәй хушлаша...
Мәртәбәле һыны
Йөҙөп кенә үтте эргәнән.
Ниндәй була икән йәйҙең наҙы
Үткән саҡта һөйгән йәр менән?

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: