Күптәр уны хатта ауылдарҙа ла сәсмәй башланы, ә юҡҡа: быйыл картуф ишелеп уңды. Тик бына ере генә ҡатыраҡ. Эшләп тапҡан тәмле була, ерҙән тырышып соҡоп алған аҙыҡҡа таныш-белеш илереп ҡыуана, был уңышҡа үҙҙәре өлгәшһә лә, тәбиғәттең дә өлөшө бар, шуға ошолай тиҙәр: байлығыңды йәлләмәгәнең өсөн рәхмәт һиңә, көҙ.
Картуфты кем сәскән, ҡаҙып алған - киләһе һанда яҙылыр.
Фотоларҙа: Гөлнур Хөсәйенова, Ләйсән Мирасова, Таңһылыу Исламғолова ғаиләләренең уңыш йыйған мәле.