Все новости
Тәбиғәт һәм беҙ
7 Ноября 2022, 11:17

Мөрхәтһендек

Уренгойҙа вахтала йөрөгән ирҙәребеҙ бөгөнгө төндө йоҡламай үткәргән.

Мөрхәтһендек
Мөрхәтһендек

Һаҙағай, төнъяҡ балҡышы. Был күренеш беҙҙә күҙәтелмәһә лә, башҡортса исемдәре бар икән. 

Северной сияние тип атала ул русса. Тәбиғәттең был мөғжизәһен күреүҙән беҙ мәхрүм (улай ғынамы, ҡояш тотолғанын да теге ваҡыт күреп булманы - болоттар ҡаршы булды), ә бына Уренгойҙа вахтала йөрөгән ирҙәребеҙ бөгөнгө төндө йоҡламай үткәргән. Күктә ошондай матурлыҡ балҡып торғанда, нисек йоҡлап ятмаҡ кәрәк? Барыһы ла вагондарынан сығып баҫҡан. Ҡыҙыҡ күреп, фотоларын беҙгә лә ебәрҙеләр - исмаһам, ошоноң менән мөрхәтһенегеҙ. Мөрхәтһендек, рәхмәт, егеттәр, иҫән йөрөп, байып ҡайтығыҙ, һеҙҙе бында ла матурлыҡтар көтә - тыуған ил һауаһы, ғаилә. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: