Балалар өсөн ҡыш - йылдың иң рәхәт миҙгелдәренең береһе.
Ышанмаһағыҙ, Күмертауҙағы "Айгөл" балалар баҡсаһына йөрөгән сабыйҙарҙан һорағыҙ. Кисә уларҙа ҡышҡы спорт уйындары бик шәп үткән. Физик тәрбиә буйынса инструктор Минзәлә Биғәнәкова телмәр үҫтереү һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмө менән төрлө ярыштар үткәргән. Тәрбиәселәре Илмира Батыршина, Ләйсән Абдрахманова, Гөлфиә Йөҙлөбаевалар балалр менән бергә төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнашып, матур ял ойоштороуҙа ярҙам иткәндәр. Ҡыштың һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, барыһы рәхәтләнеп ял иткән.