Все новости
Тәбиғәт һәм беҙ
7 Марта 2023, 14:52

Имен йөрөгөҙ, матурҡайҙар

Көйөргәҙе районында йәшәүсе Ғәзимә Уразбай ҡыҙы Аҙнабаева юлда ҡоралайҙарға тап булған.

Имен йөрөгөҙ, матурҡайҙар
Имен йөрөгөҙ, матурҡайҙар

Был матур, һоҡланғыс йән эйәләрен фотоға төшөрөп алырға ла өлгөргән. Үҙенең сәхифәһендә былай тип яҙған ул:
- Иртә менән юлға сығыу бер аҙ ҡыйын булып торһа ла, үҙемде яҡшыға көйләп, ниндәйҙер мөғжизә көткәндәй сыҡтым юлға. Мөғжизәнең ниндәйе көткән бит әле! Юлыбыҙҙа ҡоралайҙар осраны! Был иҫ киткес матур йәнлектәрҙе күреү мине шул тиклем бәхетле итте. Ҡоралай, илек, ҡыр кәзәһе... Мифологияла ул юл күрһәтеүсе, юл башлап барыусы мәғәнәһендә икән. Иртә таңда бер генә ҡоралай осраған ине, төшкә табан көтөүе менән килеп сыҡтылар. Имен генә йөрөгөҙ инде, матурҡайҙар!

Автор:
Читайте нас: