Все новости
Төҙөлөш
26 Октября 2018, 11:24

БАССЕЙН ЭШЕ ГӨРЛӘП БАРА

Тиҙҙән Республикабыҙ үҙенең ҙур юбилейын — 100 йыллығын ҡаршы ала, ошо датаға бәйләп, Башҡортостанда күп кенә объекттар төҙөлә, беҙҙең районда хатта икәү — бассейн һәм һыу таҙартыу ҡорамалдары.

Тиҙҙән Республикабыҙ үҙенең ҙур юбилейын — 100 йыллығын ҡаршы ала, ошо датаға бәйләп, Башҡортостанда күп кенә объекттар төҙөлә, беҙҙең районда хатта икәү — бассейн һәм һыу таҙартыу ҡорамалдары.


Бассейнды күптәр түҙемһеҙләнеп көтә — йөҙөү буйынса шөғөлләнергә урын юҡ, йылға буйы үткән заман, етмәһә, элекке һымаҡ ҡайҙа тура килде шунда сисендең дә сумдың түгел, яңы закондар буйынса махсус урында ғына йөҙөргә була. Бассейн эше гөрләп бара. Көнөнә 40 кешене ҡабул итеү мөмкинлеге буласаҡ уның. Стәрлебашта яңы бассейн төҙөп ҡуйғандар ҙа, унда йөрөгән кеше юҡ, бюджетҡа нагрузка ғына тигәйнеләр, Ермолаевола ундай проблема булмаҫ, тип ышанабыҙ. Һәм беҙҙә Майкл Фелпс кеүек шәхестәр үҫеп сығыр, тибеҙ.
Читайте нас: