

Подрядсы алданы тип аңлаттылар был күңелһеҙ хəлде. Ə подрядсы кем? Өфө ҡалаһынан «Прогресс» тигəн ойошма. Əйтеүҙəренсə, бер бүлмəлə ике ултырғыста ултырған фирма икəн. Тендерҙы үҙе отҡан да, эште башҡаға биргəн (субподрядсы) – Күмертау ҡалаһынан «РТ ГРУПП» ойошмаһына. Эш өсөн түлəнгəн аҡсалар Өфөгə күсə барған, ə субподрядсыға килеп етмəгəн. Əйткəндəй, төҙөлөш хаҡы- 64 миллион 388 мең һум. Аҡсаһыҙ, бушҡа эшлəп йөрөргə алйоттар юҡ, «РТ ГРУПП», ҡулын һелтəгəн дə, ҡайтып киткəн. Бассейн, шулай, əҙер бинаһы менəн һерəйеп тороп ҡалды.
Тулы материал үткән һанда сыҡты.