Бөтә яңылыҡтар
Төҙөлөш
29 Ноябрь 2021, 12:41

Былай булғас, йөҙәбеҙ

«Такие же бассейны в этом году достроим в селах Акъяр Хайбуллинского района, Ермолаево Куюргазинского района, Федоровке Федоровского района. Считаю, в каждом районе нашей республики обязательно должен быть бассейн, должна быть возможность заниматься спортом, научиться плавать» - рассказал Радий Хабиров. https://youshatir.ru/articles/-y-ns-/2021-07-15/basseyn-budet-2422625 

Былай булғас, йөҙәбеҙ
Былай булғас, йөҙәбеҙ

Әйткән һүҙ - атҡан уҡ, Ермолаево бассейны, юғиһә, үҙәккә үткәйне, 2019 йылда уҡ бында йөҙә башларға тейеш инек, ә ул һаман ҡотһоҙ бина булып ултыра.
Прогресс исемле ойошма отҡайны тендерҙы, хаҡы ла матур - 63 миллион һум. Эштәр тамамлана ғына тип ултырһаҡ, ул туҡтаны ла ҡалды. Прогрестың ҡойороғон да тотоп булмай. Субподрядсы, Лидер Групп та, аптырашата - улар, эшләп йөрөһә лә, аҡсаны күргәндәре юҡ. Ахырҙа, мең бәлә менән, төҙөлөш кире башланды, Прогресс юҡ, юҡ икән, контракт та юҡ, Лидер Групп төҙөлөштө үҙе дауам итте. Бөгөн беҙ унда барып килдек, халыҡ араһында төрлө имеш-мимеш йөрөй, йөҙәбеҙме бер заман, юҡмы?
Эштәр матур ғына бара, тиҙҙән йылылыҡты ебәрәсәктәр, аҙыраҡ һылап-һыйпайҙар ҙа, булды. Бында табип кабинеты ла бар, ә подвалы.... Ҙур бер нисә ғаилә йәшәрлек бүлмәләр. Былары ярар, саунаһы ла була икән, сабына-йыуына торған урын. Ләүкәләре әҙер. Әйткәндәй, был бассейнға  республика бюджеты, өҫтәмә рәүештә, 2,5 миллион һум бүлгән барыбер.  
Былай булғас, йөҙәбеҙ ҙә, сабынабыҙ ҙа икән - көтөргә күп ҡалманы, йыл аҙағына бассейн эшләй башлай, тип ышандырҙы беҙҙе төҙөүселәр.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: