Төҙөлөш
13 Апреля 2022, 08:47

Көтәбеҙ

Апрелдә була - ошолай тип әйткәнеләр беҙгә һыуыҡ бер ҡыш көнөндә.

КөтәбеҙКөтәбеҙ
Көтәбеҙ

Ҡыуандыҡ, был бассейнды 2019 йылдан бирле көтәбеҙ ҙә. Ана бул, бына була тип ышандырыуҙарынан арыныҡ. Үтеп барышлай, бассейн янында бер нисә ир тапана ине, кемделер көтәләр кеүек, ҡараштары хакимиәт яғында.
- Ҡасан бөтәһегеҙ?
- Кем белһен.... - ирҙәрҙең (былар эшселәр) кәйефе бик юҡ, һеҙ генә ҡалғайнығыҙ тағын тигәндәй ҡараштары.
- Төҙөлөштө тамамлау өсөн йәнә 5 миллион һораныҡ, бассейндың ишек алдынан кәртәләргә кәрәк, башҡа ва-төйәк эштәре лә бар, бына аҡса көтәбеҙ. Көн ҡороғас, ошо эштәрҙе эшләһәк, килеп ҡарайҙар ҙа, булды.
Ниндәй айҙа була тип һораманыҡ. Мәғәнә юҡ. Булыр әле. Көтөү дауам итә.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас