Все новости
Тирә-яҡ мөхит
31 Августа 2017, 16:05

ФАЙҘАҺЫ ҘУР

Һуңғы ваҡытта республикабыҙҙа янғындар һаны йышайҙы. Был турала радио һөйләп, телевидение күрһәтеп тора. Гәзиттәр ҙә яҙа.

Һуңғы ваҡытта республикабыҙҙа янғындар һаны йышайҙы. Был турала радио һөйләп, телевидение күрһәтеп тора. Гәзиттәр ҙә яҙа.
Янғындарҙың күбеһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешеләр йәшәгән йорттарҙа сыға. Фажиғәле хәлдәр ҙә булып тора. Бөрө районының Үгеҙ ауылында йортта сыҡҡан янғында туғыҙ кешенең ғүмере өҙөлөүе шул хаҡта асыҡ һөйләй.
Бындай трагик хәлдәрҙе булдырмау өсөн янғын иҫкәртеүсе автономлы ҡулайламалар ҡуйыуҙың файҙаһы бик ҙур. Ул күберәген йорт түшәменә урынлаштырыла. Был ҡоролма температура ныҡ күтәрелгәндә йә төтөн еҫе сыҡҡанда шунда уҡ яңғырауыҡлы иҫкәртеүсе сигнал бирә башлай.
Барлыҡ йорт хужаларына ошо приборҙы көнкүрештә ҡулланышҡа индерергә саҡырабыҙ. Тик уны урынлаштырҙым да эш бөттө, беҙҙең йортта ут сыҡмаҫ тигәнде аңлатмай был. Прибор ут сығыуы хаҡында иҫкәртә генә. Ә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен һәр саҡ теүәл үтәү мотлаҡ.
Ут сыҡҡан осраҡта 01 телефонына шылтыратырға кәрәк.

Алик ШӘРӘФЕТДИНОВ,

Күмертау ҡалаһы, Көйөргәҙе, Федоровка райондары буйынса янғын күҙәтселеге буйынса дәүләт инспекторы

Читайте нас: