Все новости
Тирә-яҡ мөхит
17 Октября 2017, 17:42

БЕРҘӘМДЕҢ ЭШЕ УҢА

Шәмбе көндө Яңы Муса ауылы зыяратында өмә үтте. Ғайса Әминов, Минеүәли Ғөбәйҙуллин һәм мин эргәләге Төйөлгән урманына барып 57 төп ҡайын ағасы алып ҡайттыҡ. Был ағастарҙы ауылдаштарыбыҙ менән бергә изге ергә кәртә буйлап ултыртып та сыҡтыҡ, һыу һиптек, сүп-сар таҙарттыҡ.

Шәмбе көндө Яңы Муса ауылы зыяратында өмә үтте. Ғайса Әминов, Минеүәли Ғөбәйҙуллин һәм мин эргәләге Төйөлгән урманына барып 57 төп ҡайын ағасы алып ҡайттыҡ. Был ағастарҙы ауылдаштарыбыҙ менән бергә изге ергә кәртә буйлап ултыртып та сыҡтыҡ, һыу һиптек, сүп-сар таҙарттыҡ. Ҡыйҙарҙы Абдулла Хисмәтуллин тейәп, Әхмәҙи Ғәлимов тракторы менән түкте. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ Миңлегөл Заһиҙуллина, Тәслимә Исмәғилова һәм Рузилә Кәримованың ҡыҙы Луиза зыяратҡа яһап ҡуйған бәҙрәфте һәм кәртәләрҙе буянылар.

Изге эш башҡарырға халыҡ күпләп йыйылды, ауыл халҡы менән бергә Күмертау, Мәләүездә йәшәүсе ауылдаштар ҙа ҡайтты. Өмәгә сығып оло һәм изге эш башҡарғандары өсөн барыһына ла ҙур рәхмәт. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тигән кеүек, артабан да бергә булайыҡ.

Шәкүр КӘРИМОВ
Яңы Муса ауылы

Читайте нас: