Бынау сабыйҙарға ҡарағыҙ әле. Һеҙгә нисектер, беҙҙең, был фотоларҙы алғас, күңел тулып китте. Түбәнге Бабалар балалары был, ағас ултыртҡандар. Шундай оло эште эшләгәндәр ҙә ҡыуанышып ҡарап торалар. Был ауылда ла башҡаларҙағы кеүек кеше һаны кәмей бара, ауыл беҙҙең халыҡтың йәшәү сығанағы бит, икенсе яҡтан телгә һөжүм бара — ошо балаларға ҡарағас, шул уйҙар үтте баштан, күңел йомшарҙы.
Әлеге көндә Түбәнге Бабалар башланғыс мәктәбендә 8 бала белем ала. «Яҡшымбәт ауыл советы беҙгә шыршы, аҡ шыршы (пихта) ағастары ебәрҙе. Экология йылы уңайынан мәктәп ихатаһына 30-лаған ағасты уҡыусылар һәм ата-әсәләр менән бергә ултырттыҡ. Ата-әсәйҙәр бигерәк әүҙем беҙҙә. Улар һәр бер сарала ҡатнашып, төрлө яҡлап ярҙам итеп торалар. Әле лә уҡыусыларыбыҙға ярҙамға Флүзә Исхаҡова, Юлиә Һатыбалдина, Лилиә Боҫҡанова, Гөлгөнә Әйүповалар килде», - тип шатлығы менән бүлешә мәктәп уҡытыусыһы Резеда Рәлиф ҡыҙы Кинйәкәева.
Ултыртҡан ағастарығыҙ ҙур, матур булып үҫһен, ҙегеҙ ҙә матур булып үҫегеҙ, балалар... Ниңәлер башҡа яҙыр фекер юҡ, һүҙҙәр күп тә, әйтке килмәй. Бары күңел генә тулышты...