Все новости
Тирә-яҡ мөхит
17 Октября 2017, 17:11

МӘҘӘНИҺЕҘЛЕК. СҮПЛЕККӘ ТАШЛАНҒАН АҠСАЛАР

Ҡала, ауылдарҙағы кѳнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, уларҙы утилләштереү, эшкәртеү йәһәтенән Рәсәй Европа илдәренән ныҡ ҡалыша.

Ҡала, ауылдарҙағы кѳнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, уларҙы утилләштереү, эшкәртеү йәһәтенән Рәсәй Европа илдәренән ныҡ ҡалыша.

Оло һәм урта быуын кешеләре хәтерләйҙер: уҙған быуаттың 70-80-се йылдарында СССР-ҙа кѳнкүреш ҡалдыҡтарын сорттарға айырыуға ынтылыш яһалғайны. Һѳҙѳмтәлә аҙыҡ-түлек ҡалдығы махсус һауыттарға йыйылды һәм хужалыҡтарҙың сусҡа, башҡа мал фермаларына ташылды. Ләкин беҙҙәге халыҡтың ҙур ѳлѳшѳнѳң был мѳһим мәсьәләгә битарафлығы, түбән мәҙәнилеге шул сараны уңышлы дауам итергә ҡамасауланы. Ошо етешһеҙлек әле лә йыш күҙәтелә. Әйтәйек, Күмертауҙа ла, Ермолаевола ла, Айсыуаҡта ла сүп-сар йыя торған контейнерҙарҙың күбеһе янында тулы тәртипһеҙлек. Ҡый йыя торған һауыттарға уларға тик ваҡ габаритлы ҡалдыҡтар ғына һалырға кәрәклеге хаҡында иҫкәртеү яҙылһа ла, шул талапты күптәр үтәмәй. Һѳҙѳмтәлә ѳҫкѳ яғы 1 квадрат метрға ла етмәгән һауыттар янына иҫке диван, карауат, һыуытҡыс, кресло, оҙонлоғо 3-4 метрға еткән ағас ҡалдығы, башҡа ҙур үлсәмле әйберҙәр ташлана. Ҡый йыя торған махсус автомобиль уларҙы тейәп алып китергә һәләтһеҙ. «Коммунальник» йәмғиәте етәкселеге, аптырағас, ошондай ҙур дәүмәлле әйберҙәрҙе алып китеү ѳсѳн арба таҡҡан тәгәрмәсле трактор бүлә. Тракторсы һәм 1-2 ҡатын-ҡыҙҙың ҙур үлсәмле, ауыр нәмәләрҙе ҡыйынлыҡ менән тейәүенә күптәр шаһиттыр. Яңыраҡ Айсыуаҡта үткәрелгән сходта ошо мәсьәлә тағы күтәрелде. Кешеләр контейнерҙар янына тыйылған сүп-сар ташлаусыларҙың кемдәр икәнен белә. Ләкин бѳтәһе лә тип әйтерлек таныштар менән араны боҙорға теләмәй. Йәшерен-батырын түгел, ҡайһы берәүҙәр ҡыйын һауытҡа һалырға ла йыбана. Һѳҙѳмтәлә улар янында оло сүплек барлыҡҡа килә. Ошондай күренеш Ермолаевоның Совет, Айсыуаҡтың Совхоз, Дала урамдарына хас. Күмертауҙа ла быға оҡшаш хәл күҙәтелә. Ә бит ауыл ерендә йәшәүселәрҙең күбеһенең аҡ мунсаһы бар. Сүп-сарҙы шунда яндырып файҙаһын күрергә була. Ҡайһы бер кешеләр, ҡыйҙы мунсала яғам тип, «Коммунальник» йәмғиәте менән тейешле килешеү тѳҙѳмәй, ә сүп-сарының бер ѳлѳшѳн контейнерҙарға ырғыта һәм был хәл кѳнкүреш ҡалдыҡтарын йыйған ѳсѳн аҡса түләүселәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.

Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы Дәүләт Думаһына кѳнкүреш ҡалдыҡтарын сорттарға айырып йыйыу, тирә-яҡты сүпләүгә ҡаршы кѳрәште ҡәтғиләштереүгә йүнәлтелгән закон проектын тәҡдим итергә йыйына. Документта кѳнкүреш ҡалдыҡтарын сорттарға айырып йыйыуҙа ҡатнашҡан йорттарҙа йәшәүселәргә коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса ташламалар ҡарау күҙаллана. Ә идара итеүсе компанияларҙың ҡалдыҡтың ҡулланырға яраған өлөшөн һатып, ѳҫтәмә килем алыуы күҙ уңында тотола. Әлеге ваҡытта тирә-яҡты ҡыйлаған ѳсѳн айырым кешеләргә 1-2 мең һум күләмендә штраф һалыу ҡаралһа, яңы закон проектында был күләмде 10 мең һумға тиклем күтәреү тәҡдим ителә. Был саралар яҡшы хәлдән сығып тәҡдим ителмәй. Әсе ысынбарлыҡ яуаплылыҡты арттырыуҙы талап итә.

Айсыуаҡ ауылы

Читайте нас: