Былтыр көҙ Таймаҫ ауылында биш шишмәне таҙартып, эшләп ҡуйғайныҡ. Әле тағы ун көн дауамында ауылыбыҙҙың ҡото булған, тирә-яҡта дан тотҡан изге Шалтыран убаһы шишмәләренең аҫҡы ҡойоһо тергеҙелде.
Бындай эш хәҙер күркәм йолаға әйләнә бара. Изге эштә иң әүҙем ҡатнашыусы Раил Араптанов һәм уның “Тимурсылар”командаһы булды, уларға оло рәхмәтемде белдерәм.
Шулай уҡ Фәнил Солтангәрәев, Рәсүл Ҡобағошов, Фәнил Усманов, Азат Исмәғилев, Марс Әлмөхәмәтов, Хәсән Үтәгәнов, Илдар Абдуллин, Фәрғәт Шәмсетдинов, Ғәйнислам Ишморатов, Илдус Байғотлин, Фуат Ырыҫҡолов, Мөнир Мәһәҙиев, Радик Юлаев, Илдар Юлдыбаевтар ҙа бик тырышып эшләне. Был егеттәргә Шалтыран шишмәһенең “Почет таҡтаһына” эләгеү ышанысы бар. Афарин, егеттәр! Киләһе аҙна өҫкө ҡойо көтә, унда ла берҙәм көс менән матур итеп эшләп ҡуйырбыҙ.
Мәйсәрә ИҪӘНСУРИНА, Күмертау ҡалаһы:
- Афарин, Таймаҫ егеттәре! Һеҙгә ҡарап ҡыуанабыҙ, шатланабыҙ һәм ғорурланабыҙ. Һеҙ барыбыҙға ла өлгө.
Нурия ӘЛИБАЕВА, Яңы Мораптал ауылы:
- Ҙур эш башҡарғанһығыҙ, рәхмәт егеттәр, ағайҙар!