Все новости
Тирә-яҡ мөхит
23 Октября 2017, 13:45

ТӘБИҒӘТ ТАҘАРЫР ИНЕ

3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты гимназистары география уҡытыусыһы Илдар Хөрмәт улы Тайыпов етәкселегендә «Тәбиғәтте һаклау - изге бурысыбыҙ» тигән лозунг буйынса акцияларҙа ҡатнаша.

3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты гимназистары география уҡытыусыһы Илдар Хөрмәт улы Тайыпов етәкселегендә «Тәбиғәтте һаклау - изге бурысыбыҙ» тигән лозунг буйынса акцияларҙа ҡатнаша.

Күптән түгел был уҡыу йортоноң 8-се һәм 10-сы класс уҡыусылары Күмертау йәш натуралистар станцияһы үткәргән урманды һаҡлау акцияһына ҡушылды. Белеүебеҙсә, пластик шешәләр, шыптыр-пакеттар, химик-әйберҙәр бик оҙаҡ серей, һәм шул арҡала урмандың экосистемаһы ауыр хәлдә ҡала. Унда элек үҫкән үләндәр, ағастар яйлап бөтә башлай, сөнки ерҙең структураһы боҙола. Шундай хөрт хәл булмаһын өсөн, уҡыусылар тирә-яҡты сүп-сарҙан йыйыштырҙы. Улар тәбиғәткә аҙ ғына яҡшылыҡ килтереүҙәренә лә бик шат ине.

Һәр бер кеше, һәр бер ойошма үҙ тирә-яғын ошолай йыйыштырып йөрөһә, тәбиғәт таҙарыр, йәшәрер ине.


Розалина ИБРАҺИМОВА,
3-сө БРГИ-ның 10-сы класс уҡыусыһы,«Рухи мираҫ» түңәрәге ағзаһы
Күмертау ҡалаһы

Читайте нас: