Все новости
Тирә-яҡ мөхит
23 Октября 2017, 13:43

ТИМЕРЙӘН ШИШМӘҺЕ

Үткән ялда Йомағужа ауылындағы шишмә Тимерйән Исхаҡов етәкселегендә төҙөкләндереп ҡуйылды.


Үткән ялда Йомағужа ауылындағы шишмә Тимерйән Исхаҡов етәкселегендә төҙөкләндереп ҡуйылды.

- Күптәнге хыялым буйынса ауылыбыҙ шишмәһен таҙартып, эргәһенә ҡырсын түшәп, буралап ҡуйҙыҡ. Был изге эштә Илфат Бикҡолов экскаватор менән эшләне, Риф Янбаев, Рөстәм Исхаҡов, Рәсүл Исхаҡов, Илдар Исхаҡов бурашып, сүп-сарҙан таҙартышты. Хәләл ефетем Рәйхана Исхаҡова шишмәгә барып доға уҡыны, хатта 5 кенә йәшлек ейәнем Данил да ярҙам итте. Мәләүез юл хужалығына ярҙам һорап барғас, Радик Ишмөхәмәтов менән Александр Денисов һис һүҙһеҙ бер КАМАЗ ҡырсынташ алып килде. “Шишмә таҙартыу – изге эш. Әлбиттә, ярҙам итәбеҙ”, - тине Радик Ғилметдин улы. Илкәнәй ауыл советы хакимиәте башлығы Тимур Иҙрисов менән фермер Илшат Мәзитов та, тәбиғәтте һаҡлау йылында бик шәп эш, тип ҡеүәтләнеләр. Ошо изге эште башҡарырға ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт, изгелектәре үҙҙәренә мең рәхмәт булып ҡайтһын. Киләһе йылда был шишмәне тағы ла матурыраҡ итеп төҙөкләндерергә хыялланам, - ти Тимерйән Тимерхан улы.

Ауылдаштары бер һүҙҙән был һыу сығанағына “Тимерйән шишмәһе” тип исем дә ҡушҡан. Сөнки Тимерйән Исхаҡовтың был шишмәне тәрбиәләүҙә көсө лә, эше лә ҙур.
Читайте нас: