Все новости
Тирә-яҡ мөхит
10 Апреля 2018, 17:19

ҠАРҘАР ИРЕЙ, ҺЫУ ТАША...

Быйылғы ҡыш ҡарһыҙ булды, тиһәк тә, яҙ яҙлығын күрһәтә башланы. Ошо көндәрҙә республиканың күп кенә ауылдарын һыу баҫты.

Быйылғы ҡыш ҡарһыҙ булды, тиһәк тә, яҙ яҙлығын күрһәтә башланы. Ошо көндәрҙә республиканың күп кенә ауылдарын һыу баҫты.

Көйөргәҙе районында ла аҙна аҙаҡтарында һыу ташыу күренештәре күҙәтелде. Яҡут, Яңы Юл, Знаменка ауылдары юлын һыу баҫҡан. Шулай уҡ Ермолаево ауылының Совет урамында ла бер нисә йортҡа һыу ингән. «Бөгөнгө көндә барыһы ла яҡшы. Һыу күтәрелгән урындарҙа эштәр алып барылды һәм һыу китте. Ермолаево ауылындағы йорттар иҫке һәм бик түбән урынлашҡандар. Шуға күрә лә был йорттарға һыу инә. Ҡыш ҡарһыҙ булғанға ер туң, һыу ергә һеңә алмай, шуға ла таша. Киләһе көндәргә прогноз яһауы ауыр, әлбиттә. Шулай ҙа яҙғы һыуҙың төп өлөшө киткәндер, башҡа бындай һыу баҫыуҙар булмаҫ, тип ышанабыҙ. Ямғыр яуып ҡына эште боҙоп ҡуймаһа инде», - тип аңлатты райондағы хәлде мобилизация эше буйынса баш белгес Сергей Савин.


Рәмил ВӘЛИТОВ, Яңы Юл ауылынан КФХ етәксеһе:

– Ер туң булғас, ҡар һыуҙары Оло Көйөргәҙе йылғаһын ныҡ ҡына тулыландырҙы. Бер нисә көн элек Яңы Юл күперендә хатта боҙ тығылып, һыу туғайҙарға йәйелде. Был һыубаҫар туғайҙар өсөн һәйбәт, тимәк, бесән буласаҡ. Шулай тип өмөтләнәбеҙ. Күпер яғындағы юл өҙөлмәне, еңел машиналар йөрөп ята. Бәлә-ҡазалар ҙа юҡ. Ҡыҫҡаһы, һыу ташыу йылдағыса бара.



Ләйсән АҘНАБАЕВА, Күмертау ҡалаһы:

- Ҡарҙар ирей, һыу таша... Яҙ көнө Яңы Мораптал менән Яҡут ауылы араһынан аҡҡан, Юшатыр һәм Туғыҙтимер йылғалары килеп тоташҡан ерҙәге бәләкәй генә күпергә йыл да һыу сыға торғайны. Әле лә сыға ул, әммә ләкин, беҙҙең бәләкәй саҡтағы һымаҡ урғылып түгел. Яҙғы каникулды ял итеп бөтөү менән, яҡуттарға өҫтәлмә каникул була ине мин бала саҡта. Ошо икенсеһен беҙ бигерәк тә түҙемһеҙләнеп көтөп ала инек. Сөнки, морапталдар ең һыҙғанып уҡығанда, беҙ бәләкәй генә Әүлиә тауы башына менеп ултырып, күҙәтә инек. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта ла Яҡутымда һыу таша... Әммә беҙ был күренеште әүәлгесә тауҙан түгел, ә, заманса, интернет аша ғына күҙәтәбеҙ...
Читайте нас: