Все новости
Тирә-яҡ мөхит
10 Апреля 2018, 17:32

ДОНЪЯҒА ЙӘМ ИНДЕРӘБЕҘ

Яҙ – тәбиғәт уянған мәл генә түгел, ә таҙалыҡ һәм тәртип урынлаштырыу осоро ла.

Яҙ – тәбиғәт уянған мәл генә түгел, ә таҙалыҡ һәм тәртип урынлаштырыу осоро ла. Башҡортостанда 7 апрелдән 12 майға тиклем экологик өмәләр башланды. Йыл да үткәрелгән сараларҙың төп бурысы – ауыл-ҡалаларҙың санитар-экологик хәлен яҡшыртыу. Яҙғы өмәләр башланыу менән, район һәм ҡала предприятиелары, ойошмалары, ауыл халҡы тирә-яҡты тәртипкә килтереү өсөн дәррәү эшкә тотондо. Өмәләр дауам итә, кемдәр әле сығып өлгөрмәгән улар ҙа һис шикһеҙ үҙ йорто тирә-яғын сүптән таҙартыр.

- Беҙ ҙә бөтә коллектив менән сығып баҡсабыҙ тирә-яғындағы ҡарҙы ырғыттыҡ, сүп-сар йыйҙыҡ. Артабан да өмәләрҙә әүҙем ҡатнашасаҡбыҙ, - ти ҡаланың 8-се һанлы “Айгөл” балалар баҡсаһы мөдире Әлфиә Шәрипова.
Р. ХӘМИТОВА фотоһы
Читайте нас: