Бөтә бәләнең башы үҙебеҙҙә. Бында битарафлыҡ, вайымһыҙлыҡ ярылып ята, сөнки ҙур йылғаларҙы түгел, бәләкәй йылғаларҙы, шишмәләрҙе лә таҙартмайбыҙ.
Элек бөтә кешеләр ҙә һыуҙы шишмәнән, йылғанан эсте, уларҙы күҙ ҡараһылай һаҡланы. Фермалар ҙа һыу буйҙарында түгел ине. Бына әле Һарытау, Волгоград өлкәләрен һәм башҡа өлкәләрҙе һыу баҫа, сөнки Волга һыуы таҙартылмай, уның эсе тимер-томор, батҡан кораблдәр, башҡа төрлө кәрәкмәгән ҡый менән тулған. Ғалимдар раҫлауынса, Волга йылғаһын таҙартыу өсөн генә 257 миллиард һум аҡса кәрәк буласаҡ икән. Балтик диңгеҙе лә шул уҡ хәлдә, һуғыш ваҡытында немецтар Швециянан тимер рудаһы ташыны, нисәмә мең баржа, корабль, самолеттар һыу төбөнә китте икән, белһә бер Хоҙай Тәғәлә генә беләлер. Башҡортостандағы иң ҙур йылға булған Ағиҙелде алайыҡ. Уның да төбөндә батҡан ағастар етерлек. Белорет ҡалаһынан Өфөгә тимер ҡойолмаһы ташығанда һәләкәткә осрап, нисә баржа һыу төбөнә киткәндер.
Хәтеремдә, 1973 йылда беҙҙе, 5 кешене, «Мораптал» совхозы Мәләүез ҡалаһына ағас ағыҙыу эшенә командировкаға ебәрҙе. Беҙ унда ДОК-та эшләнек. 1 ай самаһы эшләгәс, ағас ағыҙыу туҡтаны. Ҡайтайыҡ тип торһаҡ, катер йөрөтөүсе әйтә: ҡалмайһығыҙмы тағын берәй айға, бында батҡан ағастарҙы сығарырға кешеләрҙе эшкә алырға итәләр, бер кубометры 5 һум, ти. Яҡшы, мин әйтәм, ҡалам. Кәмендә бригадала көнөнә 50 һум эшләп була. Ул саҡтағы хаҡ менән һәйбәт эш хаҡы ине. Һыу буйлап катер менән барғанда уның аҫтына ағас бәрелеп бара. Әҙерләнергә 1 көн ваҡыт бирҙеләр, үҙебеҙсә әҙерләндек. Сығабыҙ тип торһаҡ, участка начальнигы килде лә миңә әйтә: һин командировочный, һине эшкә ала алмайым, ти. Һуңынан белдек, үҙҙәренекенә эш бирергә булғандар, бер кубометрын 4 һум менән сығарырға һөйләшкәндәр. Сығарҙылармы, юҡмы, белмәйем.
1963 йылда беҙ Һарытау ҡалаһында хеҙмәт итәбеҙ. Апрелдә бер нисә йөҙ һалдатты вагондарға ултырттылар ҙа Энгельс ҡалаһына алып киттеләр. Барып төшһәк, авиация заводын һыу баҫҡан, әҙер авиация двигателдәре һыу аҫтында ҡалып бара, улар стеллаждарҙа урынлашҡайны. Шуларҙы, ҡар һыуҙарын көрәк менән йырып ағыҙып, ҡотҡарып алып ҡалдыҡ.
Бынан бер нисә йыл бер океонолог картанан күрһәтә-күрһәтә, Ер шары йылына, озон тишеге ҙурая, Антарктидалағы боҙҙар ирей башлаясаҡ, ҡояш нурҙары көсәйәсәк, тип һөйләгәйне. Миҫал өсөн былтыр, Антарктидалағы боҙҙар иреп, 1 триллион тонна һыу барлыҡҡа килгән. Боҙҙар ошо темп менән иреһә, күп илдәрҙе һыу баҫыу ихтималлығын да әйтеп үтте ул океанолог. Атап әйткәндә, Англия. Ул ил диңгеҙ кимәленән 1 метр түбәндә ултыра. Япония, Балтика диңгеҙе илдәре – АҠШ иленең яртыһы. Быйыл ҡыш үҙенсәлекле булды, ер ныҡ туңды, урыны менән 60-70 см. ҡалынлығында, боҙҙар ҙа ныҡ туңды, шуның өсөн һыу өҫтән китте. Өйҙәрҙе һыу баҫҡас ҡына йылғаларҙың боҙон шартлата башланылар, һыу баҫмаҫ борон ярамаймы икән? Һыу баҫҡан ерҙәге кешеләргә 3-5 мең һум аҡса бирәләр, ул нимәгә генә етә инде. Донъя бит бөртөкләп йыйыла. Ул мебель, электротехника, мал-тыуар, ашамлыҡтар, хатта бер нәмәһеҙ тороп ҡалған кешеләр бар бит. Ошоларҙы булдырмаҫ өсөн һыуҙарҙы таҙартып, ярҙарын нығытып тороу фарыз.