Мәләүез районындағы Күркә ҡошсолоҡ фермаһын заманында шаулап асҡайнылар ҙа, уныһы ниңәлер банкрот булды ла ҡуйҙы. Республикаға яңы етәкселек килеү менән был фабриканы тергеҙеү тураһында хәл ителде, Мәскәүҙән инвесторҙар табылды, тинеләр. Ярар, быныһы һәйбәт яңылыҡ, эш урындары булыр, күркә ите, йомортҡаһына туйырбыҙ. Элекке хужаларҙың эҙе лә ҡалды бында — ҡош тиҙәктәре. Уны Мәләүез аграрийҙары үҙ баҫыуҙарына егәрле генә ташый. Әллә дөрөҫ, әллә юҡ, шуның арҡаһында бар Мәләүез яҡтары һаҫыҡ еҫкә тулды, беҙҙең район ауылдарына ла килеп етте был еҫ, хатта, Күмертау ҙа зарлана башланы. Был тиҙәктәр баҫыу өсөн бик шәп ашлама, тиҙәр, хатта күп аҡса түгеп һатып алынған завод ашламаһынан яҡшыраҡ икән. Шулай булғас, беҙҙең фермерҙар ҙа елдең ҡайһы яҡҡа иҫкәнен тойоп ҡалды - Марфин, Мәзитовтар баҫыуына ташыясаҡтар. Шуныһы: фермерҙар өсөн ел яҡшы яҡҡа иҫкәндер ҙә (тау-тау ятҡан буш тиҙәк - яҡшы ашлама), тик ел беҙҙең яҡҡа иҫһә, беҙ тонсоғоп ҡуймаҫбыҙмы? Был турала район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллиндан белештек:
- Мәскәүҙән килгән яңы инвесторҙар банкрот хужалыҡтың мөлкәтен һатып алдылар, күп кенә аҡса түктеләр һәм етештереү эшмәкәрлеген башлап ебәрҙеләр. Улар иң тәүҙә элекке хужанан йыйылып ҡалған ҡош тиҙәген — органик ашламаны 100 га тирәһе баҫыуҙарға сығара башланы. Бер юлы ике эш эшләнә — территория таҙара һәм тупраҡ органик матдә менән туҡлана. Быны үҙем агроном булараҡ, башҡа хужалыҡтарға яҡшы үрнәк, тип әйтер инем. БР Ауыл хужалығы министрлығы яңы инвесторға ярҙам итергә тәҡдим итте. Әлбиттә, 100 км алыҫлыҡтан ашлама ташыу файҙаға түгел. Яҡыныраҡ урынлашҡан хужалыҡтар етәкселәре — Илшат Мәзитов һәм Андрей Марфин ҡуш ҡуллап риза булдылар һәм улар үҙҙәренең баҫыуҙарына 5-6 мең тонна ашлама ташып аласаҡтар. Был эш уңышты йыйып алып бөткәс башланасаҡ. Ашламаның химик составы яҡшы, микроэлементтарға бай. Еҫкә килгәндә, Йомағужа, Илкәнәй, Бальза, Анновка, Ҡансыра яҡтарында әҙерәк еҫ булыр инде. Мәләүездәр ҙә бер заман еҫ сыға, тип шаулап алдылар бит. Ысынлап та, Мәләүез тирәһенән үтһәң, әҙерәк еҫ һиҙелә. Улайға ҡалһа, Салауат ҡалаһында ла еҫ тип, «Химпром»ды ябып булмай бит инде. Шуға халыҡ аңлап ҡабул итер, тип ышанам.