Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
25 Май 2020, 20:00

Бәпембәләр

Күктә - ҡояш, ерҙә - сәскә,Икеһе лә нур сәсә.Бар донъяға әйтерһең дәСафлыҡ, паклыҡ өләшә.

Һары ғына бәпембәләр
Себештәй башын бороп.
Юлдарыма теҙелгәндәр
Тырпайған башын һоноп.
Ҡояш апай иркәләүгә
Асҡандар керпектәрен.
Әйтерһең дә инә өйрәк
Иркәләй себештәрен.
Күктә - ҡояш, ерҙә - сәскә,
Икеһе лә нур сәсә.
Бар донъяға әйтерһең дә
Сафлыҡ, паклыҡ өләшә.
Күҙ ҡарашым наҙҙарында -
Бәпембәләр - бәпкәләр.
Әйтерһең йәшел үләнгә
Һибелгәндәр тәңкәләр.
Бал ҡорттарын ымһындырып,
Ҡояш йылыһын тойоп.
Бәпембәләр күҙен аса
Тырпайған башын бороп...
Руша СОЛТАНҒОЛОВА
Күмертау ҡалаһы
Читайте нас: