Тирә-яҡ мөхит
18 Апреля 2021, 11:21

Башҡортостан халҡы ташҡын тураһында нимәләр белергә тейеш

Бөтә республикала ҙур һыу осорона әҙерлек бара. Бәлә-ҡазанан һаҡланыу өсөн нимәләр эшләргә, нимәләрҙе белергә кәрәк икәнлеге хаҡында һөйләйбеҙ.Быйылғы ташҡын нисек күҙаллана?

Башҡортостан халҡы ташҡын тураһында нимәләр белергә тейеш
Бөтә республикала ҙур һыу осорона әҙерлек бара. Бәлә-ҡазанан һаҡланыу өсөн нимәләр эшләргә, нимәләрҙе белергә кәрәк икәнлеге хаҡында һөйләйбеҙ.
Быйылғы ташҡын нисек күҙаллана?
Йылға-күлдәрҙең боҙҙан ошо аҙнала – яҡынса 19 апрелгә тиклем асылыры күҙаллана. Йылғаларҙа һыуҙың максималь кимәле оҙайлы йылдар дауамындағы уртаса күрһәткестәр тирәһендә булыр, ти белгестәр. Өфө ҡалаһы эргәһендә Ағиҙел йылғаһының кимәле 750 сантиметрға етеүе ихтимал. Малдың үләкһәһен күмеү урындары, химикат складтары, сүплектәр, күперҙәр, төбәк һәм федераль трассалар, тимер юлдар, хәүефле объекттар, хужаһыҙ гидротехник ҡоролмалар, ер аҫты сығанаҡтарының һыу башнялары ташҡын биләмәһенә эләкмәй.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығы етәксеһе Марат Латипов белдереүенсә, иң насар күҙаллауҙар осрағында, Башҡортостанда ташҡын биләмәләренә 230 ауыл-ҡасаба, 11 меңдән ашыу торлаҡ йорт, 30 меңдән ашыу кеше эләгеүе ихтимал. Хәл-торошто 85 оператив төркөм, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан – 43, район хакимиәттәренән 42 төркөм күҙәтеү аҫтында тота.
Әммә әле үк һыу баҫыуға бәйле мөрәжәғәттәр ҡабул ителә башланы. Үткән аҙнала ғына уларҙың һаны ярты меңгә етте. Был осраҡтарҙың төп сәбәбе – ямғыр һыуҙары канализацияһының, торбаларҙың, һыу канауҙарының сүп-сар менән тығылыуы һәм ирегән ҡар һыуҙарының йыйылыуы.
Ҡыш ҡарлы булды, һыу мул булырмы?
Синоптиктар әйтеүенсә, ташҡындың нисек булырына ҡар күләме түгел, ә һауа торошо нығыраҡ йоғонто яһай. Яҙ әкрен килһә, йылы көндәр һалҡын осор менән алмашынып торһа, ҡар ҙа яйлап ирей, артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмай. Әгәр һауа температураһы ҡапыл юғары күтәрелеп, ҡар бер нисә көндә иреһә, һыу туң ергә һеңеп өлгөрмәй һәм артыҡ һыуҙан йылғалар таша. Мәҫәлән, 1979 йылдың апреле һалҡын булды, ә май айында ҡапыл йылытып, бөтә ҡар өс көн эсендә иреп бөтөп, йөҙҙәрсә ауылдар һыу ҡамауында ҡалғайны.
Һыу баҫыу һәм ташҡын – нимә менән айырыла?
Ҡайһы берәүҙәр уйлағанса, был һүҙҙәр синонимдар түгел, улар икеһе ике күренеште аңлата. Йыл һайын яҡынса бер мәлдә ҡар иреп, йылғаларҙа һыу кимәле күтәрелә. Был – һыу ташыу осоро. Ул ерҙең экологик балансы өсөн бик кәрәкле күренеш: йылға буйҙарында бихисап күлдәр урынлашҡан. Тап һыу ташыу арҡаһында улар йыл һайын йыуылып, таҙарып ҡала. Мәҫәлән, Бөрө янындағы билдәле Шәмсетдин күле тап Ағиҙел ташҡан мәлдә һыу менән тула.
Ә ташҡын – ул стихия. Ул миҙгелгә бәйле күренеш түгел, ҡасан булһа ла булыуы ихтимал. Февралдә йылытып, ҡапыл көслө ямғыр башланһа – ташҡынды көт тә тор. Һыу ташыу менән сағыштырғанда ташҡын бик тиҙ – бер нисә сәғәттән бер нисә көнгә тиклем дауам итеүе бар.
«Һыу кимәле 700 сантиметр була» тип уҡыным. Тимәк, һыу ете метрғаса күтәреләме?
Һыу кимәле сантиметрҙарҙа үлсәнә, ә абсолют нуль булараҡ Кронштадтағы футшток урынлаштырылған нөктә алына. Футшток – ул йылғаларҙа, күлдәрҙә һәм диңгеҙҙәрҙә һыуҙың тәрәнлеген һәм тулҡын кимәлен билдәләгән ҡорамал. «Кронштадт футштогы» бөтә элекке Советтар Союзы биләмәһендә иҫәп нөктәһе булып хеҙмәт итә.
«Футштокка ҡарата» иҫәп нөктәләре һәр гидропоста бар. Әгәр һыу кимәле 660 сантиметр тип хәбәр итәләр икән, был Өфө тәңгәлендә йәки иң тәрән урында йылғаның һыуы алты метр ҙа 60 сантиметрға күтәрелеүен аңлатмай, йәғни был осраҡта Рәсәйҙең төньяҡ-көнбайышындағы нөктәгә ҡарата сағыштырмаса кимәл тураһында һүҙ бара.
МӨҺИМ
Әгәр торлағығыҙ һыу баҫыу биләмәһенә эләгә икән, иң тәүге осраҡта кәрәкле әйберҙәр һалынған “ашығыс сумаҙан” әҙерләп ҡуйығыҙ (схеманы ҡарағыҙ). Һыуҙың ҡапыл күтәрелә башлауын күрһәгеҙ, электр утын, газды, һыуҙы, мейестәге утты һүндерегеҙ, тәҙрәләрҙе һәм ишектәрҙе ябығыҙ, күршеләрегеҙгә хәбәр итегеҙ, балаларға, оло йәштәгеләргә, ауырыу һәм инвалид кешеләргә ярҙамлашығыҙ.
Ҡыйыҡҡа йәки сарҙаҡҡа менеп, эвакуация башланғанын көтөгөҙ. Ҡотҡарыусылар бәләгә тарыусыларҙы тиҙерәк тапһын өсөн көндөҙ аҡ йәки төҫлө туҡыма киҫәге элегеҙ, ә төндә фонарь ярҙамында йәки башҡа төрлө сигнал бирегеҙ.
Һыу ташыуға һәм ташҡынға бәйле һорауҙар йәки берәй проблема килеп тыуһа, «112» телефоны буйынса республика ҡотҡарыу хеҙмәтенә мөрәжәғәт итегеҙ. Шылтыратыу бөтә телефондар буйынса – бушлай.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Йоҡа боҙға ышанмағыҙ
Апрель айындағы хәүефтәрҙең тағы береһе – йоҡа боҙ, был бигерәк тә балыҡсыларға һәм балаларға ҡағыла. Ғүмерегеҙҙе ҡотҡарып ҡаласаҡ биш фактор:
- Бер кеше өсөн боҙҙоң хәүефһеҙ ҡалынлығы – 7 см, шыуыу өсөн – 12 см, йәйәү атлап йөрөү өсөн – 15 см.
- Боҙҙоң ныҡлығы төҫөнән билдәле: ҡаты боҙ зәңгәрһыу йәки йәшкелт төҫтә була. Һөт кеүек буръяҡ, һорғолт, тишкесләнгән боҙ сатнап та тормай ыуалып төшә.
- Әгәр боҙ өҫтөнән сығыу ихтыяжы мәжбүри булһа, бығаса һалынған һуҡмаҡ йәки саңғы юлы буйлап атлау хәүефһеҙерәк. Төркөм менән сығырға тура килһә, алда барған кеше менән киләһе кеше араһында 5-6 метр арауыҡ һаҡланырға тейеш.
- Боҙҙоң ныҡлығын аяҡ менән тибеп ҡарап тикшермәгеҙ. Мәҫәлән, саңғы таяғы ҡулланырға мөмкин. Беренсе һуҡҡандан һуң аҙ ғына булһа ла һыу сыҡһа, тимәк, боҙ буйлап йөрөү хәүефле. Был осраҡта аяғығыҙҙы шыуҙырып, бығаса килгән юлығыҙҙан кире ярға сығығыҙ.
- Әгәр боҙ ватылып, һыуға төшөп китһәгеҙ, ҡулығыҙҙы ике яҡҡа йәйеп, боҙ ситенә тотонорға тырышығыҙ. Баш менән һыу аҫтына китеүҙән йәки ағымға эләгеүҙән һаҡланырға тырышығыҙ. Тәүҙә боҙға түшегеҙ менән ятып алға табан шыуығыҙ, ипләп кенә бер-бер артлы аяҡтарығыҙҙы сығарығыҙ. Әгәр боҙ һеҙҙең ауырлыҡты күтәрһә, ошолай ятҡан килеш ярға табан шыуышығыҙ.
Ҡиммәтле әйберҙәрегеҙҙе һәм йыһаздарҙы өҫкө ҡатҡа йәки сарҙаҡҡа мендерегеҙ
Йорт хайуандарын һарайҙан сығарығыҙ, этегеҙҙе бәйҙән ысҡындырығыҙ
Тәҙрәләрҙе, ишектәрҙе ябығыҙ йәки арҡыры таҡта ҡуйып ҡаҙаҡлағыҙ
Газды, электр утын һүндерегеҙ, һыуҙы ябығыҙ
Эвакуация көтөгөҙ
Һыу ҡайтҡандан һуң:
Өҙөлөп, һәленеп торған электр сымдарынан һаҡланығыҙ
Һыу тейгән аҙыҡ-түлекте ашамағыҙ
Һыу баҫҡан биләмәлә ҡалған ҡоҙоҡтан һыу ҡулланмағыҙ
Үҙ йортоңа ҡайтҡас:
Бинаны елләтегеҙ
Ут яҡмағыҙ. Тик фонарик ҡына ҡулланырға мөмкин!
Белгестәр ҡарамайынса электр уты менән ҡулланмағыҙ
Читайте нас