Тирә-яҡ мөхит
3 Августа 2021, 10:33

Сəскəле һөт

Ашағаның нимə булһа, һин үҙең дə шул, ти халыҡ. Ашауҙан күп нимə тора. Һыйырҙарға ла ҡағыла был, улар тəмле үлəн ашай икəн, тимəк, һөттəре лə тəмле була. 

Сəскəле һөтСəскəле һөт
Сəскəле һөт

Яңы Мораптал һыйырҙары был йəһəттəн рəхəт йəшəй, сəскə генə ашап ғүмер итə. Шуға морапталдарҙың эскəн һөтө лə тəмле, туҡлыҡлы, бəрəкəтле, йөрəккə дəрт, белəккə көс бирə.. Эскəн һайын эске килеп тора. Сəскəле һөт арҡаһында үҙҙəре лə торған ерҙəрендə ут сығара – дармандары тағы əллə нисə ауылға етерлек.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас