Тирә-яҡ мөхит
23 Октябрь 2021, 06:08

Тормошҡа хәүефһеҙ юл

Ҡалалағы “Ҡыҙыл башлыҡ” балалар баҡсаһы ихатаһы ысын ҡалаға әйләнде. Унда машиналар, светофор, барыһы ла бар. Был автоҡалала балалар юл ҡағиҙәләрен һәм самокаттарҙа, веломашиналарҙа, велосипедтарҙа йөрөргә өйрәнәләр.

Тормошҡа хәүефһеҙ юлТормошҡа хәүефһеҙ юл
Тормошҡа хәүефһеҙ юл

Баҡсабыҙ “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Реаль эштәр” проектында ҡатнашты. Проект сиктәрендә майҙансығыбыҙға асфальт түшәлде, юл билдәләре, светофорҙарҙы электрлаштырыу моделдәре алынды. Шулай уҡ үҙ көсөбөҙ менән төҙөкләндереү эштәрен дә башҡарҙыҡ, юлға тамғалар төшөрҙөк.
Автоҡала майҙансығы – ҡаланың тыҡырыҡтары, ҡала тротуарҙары, юлдары күсермәһе. Бында һәр бала үҙ белемен практика менән нығытып ҡуясаҡ. Хәҙерге заманда үҙеңде велосипедһыҙ, самокат һәм машиналарһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Шуға ла барыһы ла юл ҡағиҙәләрен өйрәнеп, теүәл үтәргә тейеш. Кескәйҙәргә лә был мөһим ҡағиҙәләрҙе бала саҡтан өйрәтеү мөһим.
Яңы майҙансығыбыҙҙа “Ҡыҙыл башлыҡ”ҡа йөрөгән кескәйҙәрҙең белемдәрен арттырырға һәм юл хәүефһеҙлектәрен теүәл өйрәнеп, үтәүҙәрен маҡсат итеп ҡуйҙыҡ.
Дарья ЩЕРБИНА, “Ҡыҙыл башлыҡ” балалар баҡсаһының физкультура буйынса инструтор.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас