Все новости
Тирә-яҡ мөхит
12 Августа 2022, 13:01

Ваҡыты етмәгән

Өйҙә иҙәнде йыуып ҡына бөттөм тигәндә кем тапанып йөрөһә ныҡ зитҡа тейә, эйе бит? 

Ваҡыты етмәгән
Ваҡыты етмәгән
Бындай әҙәмдең битенә иҙән сепрәге менән сәпәүҙәре лә бар, кеше хеҙмәтен ихтирам итмәй килеп сыға, иҙәндең кипкәнен көтмәй. 
Асфальт һалыу ҙа иҙән йыуған кеүек. Әле ҡалалағы Урау юл урамындағы ихаталарҙы эшләп бөттөләр тиерлек, күңелде нурлап, яңы асфальт емелдәп ята. Әммә машиналарға тыуған тупһаһы янына үтергә ярамай. Ваҡыты етмәгән. Улар сабыр ғына ситтә ҡуна. Ә әрһеҙҙәр барыбер табыла, береһе, кеше тырышлығына төкөрөп, еңмешләнеп инеп ултырған. Бындайҙарға ваҡытында иҙән сепрәге эләкмәгән, күрәһең.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: