-3 °С
Снег
Әле бына Сәриә апай Рәхимованың сәскәләрен күреп таң ҡалып ултырабыҙ, оло йәштә булыуына ҡармаҫтан ихата тултырып күҙҙең яуын алырҙай сәскәләр үҫтергән ул. Сәриә Сафа ҡыҙының ҡулынан килмәгән эше юҡ. Кемдер гөл-сәскә үҫтереүҙең ни ауырлығы бар, тиер, тик был да иғтибар, ваҡыт талап иткән оло хеҙмәт. Етмәһә сәскәләр ҙә һәр кешелә гөрләп үҫеп бармай, улар ҙа кешенең ҡулын, күңел торошон тойоусан.
Сәриә апайыбыҙҙың күңеле лә, баҡсаһы ла гөл сәскәгә күмелгән.