Все новости
ТОРМОШ ТИГӘНЕҢ…
21 Сентября 2018, 11:15

ХЫЯЛЫМ АҠҠОШО

Йәшәргә кәрәк, дәртте бер ҡасан да һүндерергә ярамай.

Редакциянан:
Йәшәргә кәрәк, дәртте бер ҡасан да һүндерергә ярамай. Был һүҙҙәргә миҫал булып Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Мәҡсүт ауылында тыуған, яҙмышын аҙаҡ Күмертау менән бәйләгән Минйыһан Сураҡова тарихы тора. Ул пенсияға сыҡҡас, Испанияға китә, унда Антонио Пародурано исемле испан мачоһына кейәүгә сыға. Ун йыл йәшәп ташлай ул сит илдә. Испанияла халыҡ шул тиклем шәп, итәғәтле, ти, Минйыһан апай. Йәшәү ҙә беҙҙекенә ҡарағанда һәйбәтерәк. Иренең тәүге ҡатыны үлгән булған да ул беҙҙең ҡыҙҙы үҙенә алған, үҙенең дүрт балаһы ла булған икән. Ниңә булған, сөнки Антонио яңыраҡ теге донъяға китеп барған. Һәм апайыбыҙ, һағышҡа түҙмәй, Күмертауға ҡайтҡан. Ул беҙҙең редакцияға килде, үҙенең Испаниялағы тормошон яҙып килтергән. Күҙҙәрендә мөлдөрәмә йәш. Ирен һағына. Мөхәббәтебеҙ иҫ киткес булды, ти.
Килде көткән яҙҙар, күңел тулы наҙҙар
Киң яландар нурға күмелә
Үткәндәрҙе уйлап, бер аҙ яманһыулап
Киләм әле аҡҡош күленә.
Бынан күп йылдар элек туғаным Италияға барып, кеше ярҙамына мохтаж булған өлкән йәштәге кешеләрҙе ҡарай башланы. Мин дә уның янына барайым тип, һүҙлек һатып алып Италия телен өйрәнергә тотондом. Әммә минең юлым Испанияның баш ҡалаһы Мадрид аша Севилья ҡалаһына төштө. Севилья - Андалусия өлкәһенең матур ҙур һоҡланғыс ҡалаһы. Ҡала аша ҙур киң йылға аға. Кораблдәр, параходтар йөрөй. Урамын төрлө-төрлө матур фонтандар, скульптуралар, йорттар биҙәй, апельсиндар, мандариндар, лимон үҫә.
Урамдары урыны-урыны менән тар. Ҡояш нуры көслө унда, өй эсенә төшмәһен өсөн шулай эшләнгән. Был һоҡланғыс илдең халҡы ла һоҡланғыс. Диндәре - католик. Сиркәүҙәре матур, бай. 9 йәше тулған балалар католик динен ҡабул итә. Был көн балалар һәм ата-әсәләр өсөн ҙур байрам. Туғандары, саҡырылған ҡунаҡтар балаларға бүләк бирә, ҙурлай.
Испания ир-атының иҫе китеп ҡараған уйыны – футбол. Был уйын фанатиктарының командалары еңһә, урам буйлап машиналарына флаг ҡуйып, сигнал биреп байрам итәләр. Унда фламенно йыр-бейеүе лә көслө. Ҡатын-ҡыҙҙар бәпәй итәкле күлдәктәр кейеп, сәстәренә роза сәскәһе ҡыҫтырып, биҙәнеп байрамға сыға. Йыл әйләнәһенә дини байрамдар ҙа, былай байрамдар ҙа бик күп.
Мин Севильяла. Унда сит илдәрҙән эш эҙләп бик күп кешеләр килә. Беллоруссиянан, Болгариянан, бигерәк тә Украинанан халыҡ күп. Башҡортостандан да күп, иң күбе Сибай ҡалаһынан. Килгән халыҡтың күбеһе йорт тирәһен йыйыштыра, әбей-бабайҙарҙы ҡарай торған эштә эшләйҙәр. Буш ваҡыттарыбыҙҙа ҡыҙҙар менән бар матурлыҡҡа һоҡланып урамдарҙа йөрөйбөҙ, парктарҙа ултырабыҙ, тел өйрәнәбеҙ.
Шулай йылы яҙ айы, мимоза ағасы хуш еҫле сәскәләргә күмелгән мәлдә яҙмыш мине бала кеүек саф күңелле, аҡыллы, матур, ғорур испанец Антонио менән осраштырҙы. Беҙ осраша башланыҡ. Антонио яйлап үҙе йәшәгән ҡаласыҡтағы балалары, туғандары менән таныштырҙы. Бер аҙ ваҡыттан һуң «Һинең үткән тормошоң миңә, минең үткән тормошом һиңә кәрәкмәй. Тормошобыҙҙы о-дән башлайыҡ», - тигән бик тә аҡыллы һүҙҙәре менән мине үҙенә алып ҡайтты. Антонионы һәм уның һоҡланғыс илен яраттым. Шулай итеп, беҙ уйнап-көлөп бергә йәшәп алып киттек. Ул минән ҡарт-ҡороно ҡаратманы, бер һүҙ менән әйткәндә, эшләтмәне. Өйләнешәйек, һин минең законлы ҡатыным булаһың, тине. Үҙенең ҡатыны мәрхүм ине. Мин тыуған илемә ҡайтып, ҡанатланып осоп өйләнешергә документтар алып киттем. Бергә йәшәүебеҙҙе законлаштырып та ҡуйҙыҡ. Миңә кәрәкле документтар эшләттек. Антонио ышаныслы терәк-таянысыма әйләнде. Иремдең тауышы моңло, ул йырларға, һөйләргә яратты. Бәләкәй генә матурлыҡты ла ҙур итеп ҡабул итә, ҡыуана, шатлана белде. Ул йылдарҙа 100 йәшкә яҡынлашҡан әсәһе Милагроста ла иҫән ине әле. Антонио ла миңә беренсе күреүҙә әсәһенең исеме менән өндәште. Мин уның өсөн Мила булдым. Әбейем миңә испанса йырҙар йырланы. Йырлап бөткәс «оҡшанымы?», тип һорап ҡуя торғайны. Бейемем бер ҡыҙ һәм дүрт ул үҫтергән. Ҡарты байтаҡ йылдар элек үлгән, хәҙер әбейем дә инде мәрхүм. Тормош иптәшемдең апаһы - Антонионец. Улар ғаиләһе менән ҙур аҙыҡ-түлек магазины тоталар. Кейем-һалым унда ҡыйбат түгел. Халыҡ та өйҙәренә ҡунаҡ саҡырып этләнмәй, һәр саҡ кафела ултыралар. Берәү бер ҡайҙа ашыҡмай, өйҙәрендә ашарға бик һирәк әҙерләйҙәр. Балаларға шул тиклем иғтибар ҙур. Унда балаларын бер ваҡытта ла әрләмәйҙәр, тыймайҙар, ә яратып ҡына үҫтерәләр.
Ҡыҙыҡлы байрамдар күп. Беҙ һәр байрамға, концерттарға йөрөнөк. Бер байрамда тамашаны алып барыусы артистка беҙҙән: «Концерт буйына бер-берегеҙгә һыйынышып ҡына баҫып торған парҙың исемдәре кем була?», - тип һораны. Беҙ ғорур ғына: «Антонио һәм Милә», - тип яуапланыҡ. Шулай мөғжизәгә бай тулы тормош менән йәшәп ятҡанда Антонием ҡапыл ҡаты ауырып китте. Дауаханала ятып сыҡты, әммә хәле яҡшырманы. Үҙ ҡулдарым менән ризыҡ ашатып, тәрбиәләнем. Антонио миңә рәхмәтле күҙҙәре менән текләп ҡарай, ә теле менән өндәшә алманы. Хәле көндән-көн насарайҙы.
Берҙән-бер көндө иремдең туғандарынан рөхсәт алып Башҡортостаныма егерме көнгә ҡайтырға һәм кире килергә самолетҡа билет алдым. Антонием менән хушлашып Тыуған илгә остом. Туғандарым менән осрашып, егерме көн тиҙ арала үтте лә китте. Иртәгәһенә, кире осорға тигән көндө, Өфөлә испанец туғандарыма бүләктәр алып йөрөгәнемдә ҡайғылы хәбәр кидлде. Минең испанец ирем, Антонием, 67 йәшен дә тултырмай мәрхүм булған. Скайптан апаһының килене ҡайғылы хәбәрҙе еткереп, Антониемдың табутын, йөҙөн яҡындан күрһәтеп илай ине. Шулай, улар Испанияла, беҙ Рәсәйҙә илаштыҡ.
Икенсе көн Мәскәү аша Испанияның баш ҡалаһына остом. Өсөнсө көн кис кенә ҡайтып еттем. Ул ваҡытта ирем мәрхүмдәр ҡаласығына урынлаштырылғайны. Иртәгәһенә туғандары Антониемдең табуты ҡуйылған урынды күрһәтте. Мин күҙ йәштәремде түгеп: «Антонио мио, ултима диас, ултима минутос уо но ал ладо сон тиго, пердонате» (Антонио, һуңғы ауыр көндәреңдә, ауыр минуттарыңда яныңда була алмағаныма ғәфү ит), - тинем.
Көн дә ирем янына, мәрхүмдәр ҡаласығына, барҙым. Унһыҙ нисек көн итеүем, йәшәйешем тураһында һөйләйем. Бергә йәшәгән онотолмаҫлыҡ көндәр, эшләнгән изгелектәре өсөн рәхмәт уҡыйым. Антонио һәр ваҡыт: «Ҡалған ғүмеребеҙҙе бергә үтәбеҙ минең Миләм, мөхәббәтем, аҡҡошом, һин тормошомдо биҙәнең, көс өҫтәнең», – тип ҡабатлар ине, хатта ошо һүҙҙәрҙе яҙып та ҡуйыр ине.
Апаһы менән еҙнәһенә рәхмәтлемен. Ярҙамдарынан өҙмәне. Башҡа туғандарына ла, балаларына ла рәхмәтем ҙур. Аҡыллы Антонием балаларын да аҡыллы итеп тәрбиәләгән. Улар миңә бер ҙә насар һүҙ әйтмәне. Аталары мәрхүм булғас донъя өсөн даулашып, талашып йөрөмәне. Антониемдың пенсияһы 1000 евро тәшкил итә ине. Уның түләнеп бөтмәгән пенсияһының бер аҙ өлөшөн хәҙер миңә түләйҙәр. Әлеге көндә туғандары, балалары һәм мин Антониемдың ғүмерен дауам итәбеҙҙер, тип уйлайым. Аҡҡош күле янында ғүмер йомғағымдың Испанияла булған өлөшөн тағатып хистәргә бирелеп ултырам. Үҙенән-үҙе ошо йыр һүҙҙәре иҫемә килә.
«Аҡҡош күле тымыҡ, тирә-яғытыныс,
Сер һөйләшә зифа ҡамыштар
Һис кенә лә тынмай, күңелемдә
сыңлай
Хыялым аҡҡошо – Антониемдең
моңлотауышы.
Минйыһан (Милә) СУРАҠОВА
Маяҡ ауылы
Читайте нас: