Все новости
ТОРМОШ ТИГӘНЕҢ…
12 Октября 2018, 11:36

БАШҠАСА ӘМӘЛ ЮҠ

Ятаҡта кем йәшәп ҡарамаған, шул тормошто белмәйҙер ул.

Ятаҡта кем йәшәп ҡарамаған, шул тормошто белмәйҙер ул. Нимә генә күрмәйһең бында: эскелек, наркомания тигәнде үҙ күҙҙәрең менән күрмәйһең, ә тотоп ҡарайһың, мыңарсы танауыңдың төшөнә лә инмәгән әллә ниндәй еҫтәр менән танышаһың, һуғыш-аҡырыш, кухнянан бешерергә ҡуйған ашамлығыңды, ҡалаҡ-фәләнеңде, йыуынғанда онотоп ҡалдырған теш пастаһын-һабыныңды урлауҙар... Ә квартплатаһы? Квитанцияға ҡараһаң, һин ниндәйҙер бер ҡыҫынҡы бүлмәлә түгел, батша һарайында йәшәйһең кеүек. Ятаҡхананың тағы ла бер рәхәтлеге бар: бында һинең менән бергә йәшәгән бапаҡтар. Тараҡандары, ярар, үҙ кешеләр, өйрәнеп бөттөк уларға. Бына ҡандалаға өйрәнеп китеп булмай. Ҡандалаға иптәш булып, йыуынғыс бүлмәнең иҙәнендә шыуышҡан әллә ниндәй ытырғаныс йән эйәләре ятаҡ тормошона йәм керетә.
Әле Күмертауҙың бер ятағынан ялыу ебәргәндәр: ҡот осҡос ҙур шыуышҡаҡ еүеш бапаҡтарҙан ҡотола алмайбыҙ. Үҙебеҙҙең тәжрибәнән сығып әйтәбеҙ: һеҙгә бер кем ярҙам итмәйәсәк. Зоопарктағы кеүек тормоштан берәй нисек ҡасып ҡына ҡотолмағанда, башҡаса әмәл юҡ.
... Ысын тормошто белһен, ҡайһы бер кешенең хәлен аңлаһын өсөн түрәләр, бер нисә йыл булһа ла, ятаҡта йәшәп ҡарарға тейеш тигән законды ниңә сығармайҙар икән?
Читайте нас: