Все новости
ТОРМОШ ТИГӘНЕҢ…
25 Января 2019, 13:48

ЕТМӘҮЕ БАР

Гәзиттең үткән һанында донъя күргән «Иҫерек айныһа, хәйерсе байыһа…» тигән мәҡәләлә Көйөргәҙе районында нисек итеп ярлылар һанын кәметеү йә бөтөнләй бөтөрөү хаҡында власть вәкилдәренең район Йәмәғәт Советы ултырышында фекер алышыуҙары хаҡында ентекле яҙғайныҡ. Ярлылар менән көрәште әлегә шул кимәлдә генә йә ҡағыҙҙа ғына күрһәк, Күмертауҙағы «Пища Жизни» тигән ойошма иһә (беҙ улар тураһында күп яҙҙыҡ) аслыҡ менән ысынлап тороп көрәшә.

Һуңғы ял көнөндә, йәкшәмбе, улар сираттағы тапҡыр мохтаждарҙы ашатырға урамға сыҡты. Йәмғеһе 32 литр рассольник, 20 литр алма һуты, көлсә-ғәләмәт ашатып-эсергәндәр. Тиҙҙән коммуналканы ла анау сама итеп түләй башлаһаҡ, аҙыҡҡа ла, башҡаһына ла хаҡтар арта бара - барыбыҙға ла «Пища Жизни» бешергәне генә етмәүе бар.
Читайте нас: