Все новости
ТОРМОШ ТИГӘНЕҢ…
18 Октября 2019, 12:00

Әлегә борсолмаһындар

Район гәзитендә ауыл зыяратында кешене күмеүгә конкурс иғлан ителеүе хаҡында белдереү баҫылғас, халыҡ зыҡ ҡупты. Хәҙер кемдер килеп үлгәндәрҙе ерләп йөрөймө, зыярат халыҡтыҡы, был ни эш, силсәүит үҙенә аҡса эшләй... Әйтмәгән һүҙҙәр ҡалманы. Беҙгә лә яҙҙылар был хаҡта. Ҡапыл ғына аңламайыраҡ торҙоҡ: нисек инде, кемдер улай-былай булып китһә, махсус ритуал салон килеп уны ерләргә тейеш була, ә туғандары, ауылдаштары ситтән генә ҡарап тора буламы? Ауыл халҡы ерләһә арзан да сыға, ә ритуал салон хаҡтарын барып ҡарағыҙ, ләхет таҡталары ғына мең ярым.
Был мәсьәләне өйрәндек. Был турала район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин аңлатты.
- Зыяратта ерләүгә конкурсты силсәүит үҙ белдеге менән эшләмәй, РФ закондары быны талап итә. Зыярат ерҙәрен дә ауыл хакимиәте үҙенә оформить итергә тейеш. Ер өсөн береһе лә аҡса алмай. Ритуал салон ғына ерләргә тейеш тигән закон әлегә барыбер үтәлмәй, ауылдаштар барыһы ла үҙҙәре сығып йоланы башҡарып ҡуя. Әлегә шулай. Ә сит илдәрҙә был эш күптән башҡарыла. Унда мәйетте моргтан өйгә алып ҡайтыу тыйыла, этик норма ла бар бында, санитар норма ла. Ауырыу таралмаһын, балалар ҡурҡмаһын һ.б. Беҙҙә әлегә ритуал салонға кемдең ерләр кешеһе юҡ йәки ауылда ер ҡаҙырлыҡ кеше ҡалмаған, зыяратҡа сығырға теләмәйҙәр (ундайҙар ҙа бар) - шулар мөрәжәғәт итә. Әлбиттә, прайс буйынса түләп. Халыҡ борсолмаһын һәм силсәүиттәрҙе үҙ дошманы итеп күрмәһен, улар закон буйынса әлеге тендерҙы иғлан итмәһә, силсәүитте яза көтә, - тине Нәүғәт Кәлимулла улы.
Малик ИЛЬЯСОВ
Читайте нас: