Все новости
ТОРМОШ ТИГӘНЕҢ…
17 Января 2020, 17:00

Айырылыуҙар ныҡ күп

Ғаилә - ил тотҡаһы. Был төшөнсәне беҙгә бәләкәйҙән тыҡып үҫтерҙеләр Ғаиләләр ныҡ икән, ил дә ныҡ. Тик һуңғы ваҡытта был ҡиммәттәр, башҡа күптәре кеүек, баһаһын юғалтты.

Ғаилә - ил тотҡаһы. Был төшөнсәне беҙгә бәләкәйҙән тыҡып үҫтерҙеләр Ғаиләләр ныҡ икән, ил дә ныҡ. Тик һуңғы ваҡытта был ҡиммәттәр, башҡа күптәре кеүек, баһаһын юғалтты. Шулай ҙа хөкүмәтебеҙ ғаиләләрҙе ныҡ итеү, ир менән ҡатын айырылмаһын өсөн күп эштәр башҡара. Хатта бер йылды Ғаилә йылы тип иғлан иттеләр. Был атамалы йыл ил ғаиләләренә ярҙам иттеме икән – ил башлығы ошо йылда үҙе айырылып ҡуйҙы. Бер ваҡыт район башлығы ЗАГС-ты әрләй: айырылам тип килгәндәргә әйтегеҙ, бергә йәшәһендәр, өгөтләгеҙ, инәлегеҙ, балалар етем ҡала ла баһа. Быға ЗАГС ошолайыраҡ яуап бирҙе: ил түрәләре айырылғанда, кешеләрҙе бергә йәшәгеҙ тип өндәүе ауыр. Ил етәкселегенең өлгөһө ғәйеплеме, башҡа сәбәп бармы, районыбыҙ айырылыуҙар буйынса һаман алда бара: былтыр Көйөргәҙелә 64 пар ҡауышҡан, 71-е айырылышҡан. Күмертауҙа хәлдәр яҡшыраҡ - – 366 пар никахлашҡан, 237-һенең юлдары төрлө яҡҡа киткән.
Читайте нас: