Все новости
ТОРМОШ ТИГӘНЕҢ…
16 Марта 2020, 16:44

Тупһа

Ошо ялда Ермолаевоға Өфөнән бер инәйҙең берҙән-бер ҡыҙы менән кейәүе ҡайтып төшә. Әбейҙең бар тапҡан-таянғаны шуларға китеп тора (ҡарты күптән гүр эйәһе, үҙе пенсияла булһа ла һаман эшләй – балаларҙы ҡарар кәрәк), яңыраҡ һыуытҡыс алып бирҙе, йорт та һалып яталар - эш хаҡынан, пенсиянан үҙенә семеткеләрлек ҡалдырһа - етте, ҡалғаны шуларға китә.

Ошо ялда Ермолаевоға Өфөнән бер инәйҙең берҙән-бер ҡыҙы менән кейәүе ҡайтып төшә. Әбейҙең бар тапҡан-таянғаны шуларға китеп тора (ҡарты күптән гүр эйәһе, үҙе пенсияла булһа ла һаман эшләй – балаларҙы ҡарар кәрәк), яңыраҡ һыуытҡыс алып бирҙе, йорт та һалып яталар - эш хаҡынан, пенсиянан үҙенә семеткеләрлек ҡалдырһа - етте, ҡалғаны шуларға китә. Балалары ҡайтып килгәс, ҡәйнә, мөгәрәбендә нимә бар, шуларҙы сығарҙы, баҙарға барып яңы һуйылған ит алып ҡайтты, әллә нәмәләр ҡыҙҙырҙы, шажлатты, бышылдатты. Туйтаңлап йөрөп булһа ла мунсаһына яҡты. Ике көн ҡыҙы, кейәүе, ейәнсәре мәж килделәр, кейәүе шашлыҡ та шашлыҡ тип, ауырлы бисәләрҙәй, көҫәгәс, уныһын да барып алып килде - әйҙә, бер генә йәшәйҙәр, күңелдәре булып китһендәр. Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына, кейәүе ашап-эсеп, йоҡлап, айныңҡырап алғас, кейәүенә өндәште:- Балам, бынау тупһа янын көрәргә ине, күрҙең бит, килгәндә лә саҡ мендегеҙ.Әйтте лә кереп китте. Сыҡһа, ҡәйнәне яртылаш көрәлгән тупһа ҡаршы алды. Бында атлап менергәме, әллә, окоп итеп, һуғыш уйыны уйнарғамы - әбейҙең хәтере ҡалһа ла кейәүенә әйтмәне, ҡыҙына ғына асыуын бер аҙ белдерҙе. Ҡыҙы: кейәүең ҡар үҙе эреп бөтә ул тип әйтте, ниңә вис көрәп яфаланырға, тине.Тегеләр тейәнеп ҡайтып киткәс, ҡолағы шау-шыуҙан арынып, баш ауыртыуҙары бөтөп ҡалған һәм асыуы ла һүрелгән әбей көрәккә үҙе тотондо. Ярар, күбен көрәгән бит инде, аҙына үҙенең дә хәле етер. Бер аҙҙан ҡайтһалар, йәнә әҙерләнеп торорға кәрәк, әле аҡсаһы бөттө инде, улар ҡайтҡылағансы, берәй әмәле булыр әле....Тормошта гел шулай: кемдер бер ҡул менән бирә, ике ҡул менән ала. Икенсеһе ике ҡуллап биреп тә, буш ҡул тороп ҡала. Хәс ошо тупһа һымаҡ: кемдекелер киң, иркен, асыҡ, кемдекелер һыйыр-һыймаҫ ҡына, тар, яртылаш ябыҡ.
Читайте нас: