Все новости
ТОРМОШ ТИГӘНЕҢ…
4 Октября 2020, 15:00

Абай булығыҙ – төлкө!

15 сентябрь көнө, эңер төшмәҫ элек, Яҡуп ауылына төлкө килеп керә...

15 сентябрь көнө, эңер төшмәҫ элек, Яҡуп ауылына төлкө килеп керә. Ул Шайтан йылғаһы аша баҫманан килеп, ауыл эсендә боҫоп ултыра. Ауыл халҡы мылтығы булған һунарсыға өндәшеп ҡарай, тик ул уны эҙләп тапмай. Бер аҙҙан төлкө йәшеренгән урындан сығып, кире баҫманан үтеп, ауыл фермаһы яғына юл тота. Ҡоторған төлкө генә булып ҡуймаһын. Ҡотороу ауырыуы менән ауырымаған йәнлеккә лә ялан-ҡырҙарҙа аҙыҡ юҡ. Ауыл хужалығында ҡулланылған “химпрополка” сысҡан, йомрандарҙы ҡырып бөткәс, мәхлүктәр ас ҡалып, шуға кеше торлаҡтары эргәһенә яҡынлай.
Ҡорбанғәле СӨЛӘЙМӘНОВЯҡуп ауылы
Читайте нас: