Все новости
ТОРМОШ ТИГӘНЕҢ…
2 Января 2021, 14:28

Яҙмыш лотереяһы

Ҡыҙыл-Аҡ тигән магазинға кергән ерҙән, һатыусы ҡыҙ "Алығыҙ билет" тип йылмайғас, әллә нимәһенә күңел иләҫ-миләҫ килде лә ҡуйҙы, әллә ҡыҙ арбаны, әллә, эт белһен, берәй нәмә отоп ҡуйыуым да бар тигән уйҙы мейегә шайтан һалды: 100 һум да булған аҡса, суҡынһын, бир билетыңды. Ҡыҙ, ожмах фәрештәһе, алығыҙ, отҡандар күп, тип йәнде үртәй. Торлаҡ лотереяһы бит, бәлки, берәй йорт оторһоғоҙ. - Ә йортто ҡайҙан отторалар, Тимербай, Михайловканан түгелдер, - алйоттарса һорау инде, ҡыҙ йылмайҙы, юҡ, Мәскәү тирәһенән булыр.

Быға тиклем башҡа ла килгән уй түгел ине - лотерея алыу. Буштың атаһы үлгән, әллә ҡайҙан һиңә халява килтереп тоттормаҫтар - ошолай уйлаған баш менән йәшәп ятыу ине. Дөрөҫ, кемдер миллиондар отҡан тигән хәбәрҙе йыш уҡыйбыҙ, вәт була ла һуң бәхетле кешеләр тип көнләшәбеҙ ҙә бөттө - кемгәлер, бәлки, уңыш йылмаялыр, беҙгә бер ҡасан да күктән байлыҡ төшкәне булманы, бар булғанды үҙ көсөбөҙ менән таптыҡ. Унан килеп, елдән килгән елгә оса тигәнде лә яҡшы беләбеҙ, бер йылы Өфөлә кемдерҙер миллион доллар отто. Аҡсалары өсөн талашып-һуғышып, эсеп үлеп бөттөләр шикелле. Бындай "бәхет"тең булғанынан булмағаны яҡшы. Хоҙай биргәненә шөкрана ҡылып йәшәп бирәһең.
Ҡыҙыл-Аҡ тигән магазинға кергән ерҙән, һатыусы ҡыҙ "Алығыҙ билет" тип йылмайғас, әллә нимәһенә күңел иләҫ-миләҫ килде лә ҡуйҙы, әллә ҡыҙ арбаны, әллә, эт белһен, берәй нәмә отоп ҡуйыуым да бар тигән уйҙы мейегә шайтан һалды: 100 һум да булған аҡса, суҡынһын, бир билетыңды. Ҡыҙ, ожмах фәрештәһе, алығыҙ, отҡандар күп, тип йәнде үртәй. Торлаҡ лотереяһы бит, бәлки, берәй йорт оторһоғоҙ.
- Ә йортто ҡайҙан отторалар, Тимербай, Михайловканан түгелдер, - алйоттарса һорау инде, ҡыҙ йылмайҙы: юҡ, Мәскәү тирәһенән булыр.
Билет алынды ла онотолдо, ҡыҙҙың йылмауын ғына оҙаҡ онота алмай йонсолдо. Ваҡыт үтте, Яңы йылды ҡаршылап, 2021 йылдың икенсе кисендә СМС килде - һеҙ оттоғоҙ. Аһ, фәләнеңде төгән итәйем, шунда уҡ нимә отҡанды яҙһағыҙ булмаймы ни? Бына хәҙер йөрө, һиңмайланып. НТВ ҡарарға булған да, тик унда барыбер бер ни аңлап булмай, элек шарҙар әйләнгәнен ҡыҙыҡ күреп кенә ҡарай торғайныҡ, аҙаҡ дәрт һүнде, нимә тип кемдеңдер байығанын күҙәтеп ултырмаҡ кәрәк.
Төн төн булманы. Таң алдынан ғына йоҡоға киткәс тә төштәр яфаланы, имеш, Барвихала йорт отҡанмын, уныһы килеп тереп ҙур, эсендә кинолағы һымаҡ аяҡ кейемен сисмәй йөрөйҙәр, түбәләре бейек, затлы-затлы мебель, кухняһы ныҡ ҙур, әле йәшәгәндәге хрущевкалағы кеүек береһе ашағанда икенсе көтөп тора түгел. Иртән тороу менән смсты йәнә асып уҡыным, күҙгә генә күренмәгәндер ҙә. Ҡатынға был турала өндәшеү юҡ әлегә, ҙур бай йорт булғас, хәҙер яңы, йәш бисә лә алып ебәрерһең инде, беҙҙе ошонда ҡалдырырһың, китһәң дә, исмаһам, ипотекаңды ҡаплап кит, фәлән дә төгән, тип алдан уҡ тауыш сығарыуы нимәгә? Кемгәлер, таныш-тоношҡа ла, өндәшергә ярамай, дуҫың хәҙер дошманға әүереләсәк. Байҙарҙы беҙҙә күрә алмайҙар.
Билеттың нимә отҡанын беләм тигәнсе йән сыға яҙҙы. Интернеттан ҡарап беләм тиһәң, чектағы яҙыуы, билет номеры быстыҡ ҡына, өйҙә лупа тигән нәмә юҡ. Күҙҙе һыта яҙып, әллә күпме этләнергә тура килде. Мең бәлә менән, билеттың номерын, серияһын яҙғас, "Проверить" тигән төймәгә баҫылды, ул арала белгән-белмәгән доғалар уҡылды, йә Хоҙа, ярҙамыңдан ташлама.
...128 һум. Бар отҡан нәмәм ошо. Бына һиңә Барвиха. Йорт булһа, Михайловканан булһа ла, отош шәберәк булыр ине. Был ни, билет хаҡын да ҡапламай (һалымын да алһалар).
Кәйефһеҙләнеү, шулай ҙа, оҙаҡҡа барманы, буштан килгәне быға тиклем булмаған икән, артабан да булмаҫ, уның тәме лә, йәме лә булмай. булһа ла оҙаҡҡа бармай. Миллион һумдарҙың күпме яҙмыштарҙы пыраң-зараң килтергәнен аҙ күрелмәне, уңышлы билетһыҙ ҙа, ас тамағым, тыныс ҡолағым уҡ булмаһа ла, зарланыр ере юҡ. Матур ҡыҙға алданып, матур отош көтөп һемәйгән саҡтар булманы түгел, бәлки, артабан да булыр. Иң мөһиме, бәхет тигән яҙмыш билетын уңышлы тартып алғанбыҙ: ҡатын, балалар, һаулыҡ... Тар кухнялы, тәпәш түбәле тормош булһа ни, уның ҡарауы, күңелдәр юғары, ҡыҫыҡ та түгел.
Ҡыҙыл-Аҡҡа керергә тура килде (кешеләр йәшник-йәшник араҡы ла һыра ала, байрам дауам итә, тығылыш). Ирекһеҙҙән, лотереялар торған яҡҡа күҙ төштө, әллә тағы алаһы?
Читайте нас: