Все новости
ТОРМОШ ТИГӘНЕҢ…
15 Января 2021, 16:26

Бала хаҡы өсөн

https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_42111 Гульназ Исхакова: - Таптылар миккан?

Юғалған әсә әлегә табылмаған. Клавдия исемле ҡатынды аҙнаға яҡын эҙләйҙәр, ул Күмертауҙың Көйөргәҙе урамында йәшәгән булған. Фатирынан сығып киткән дә, һыуға батҡандай, ғәйеп булған. Өс балаһын бөгөн ҡатындың апаһы үҙенә алып тора, аҙаҡ сабыйҙарҙы интернатҡа урынлаштырыуҙары бар. Әсә кеше табылғанға тиклем. Өләсәй кеше балаларҙы ҡарай алмай- йәше лә байтаҡ, инвалид төркөмө лә бар.
Беҙ, барыһы ла кеүек, Клавдияның иҫән булыуына, тиҙ арала өйөнә ҡайтыуына өмөт итәбеҙ. Бала хаҡы өсөн табыл, Әсә.
Читайте нас: