Все новости
ТОРМОШ ТИГӘНЕҢ…
31 Января 2021, 19:00

АШЫҠМАСЫ, ҒҮМЕР!

Балаларҙың балаларын һөйөп,Туймаған бит әле был күңел.Йәшәгән һайын ҡәҙерлерәк ғүмер,Йырланаһы йырҙар юҡ түгел.

Ҡулдарымды ҡуйып ҡаш өҫтөнә,
Оло юлдан күҙем алмайса
Балаларҙы көтәм. Аш өлгөртәм,
Алъяпҡысым билдән һалмайса.
Һағынып көтөп алыу, ниндәй бәхет,
Күңел тула наҙға, шатлыҡҡа.
Оҙағыраҡ татып шул бәхетте,
Ашыҡтырма, ғүмер, ҡартлыҡҡа.
Был ғүмерҙең татлы миҙгелдәре
Ҡасан ғына үтеп киткән һуң?
Бер-береңде һөйгән минуттармы,
Бала һөйгән саҡтар микән ул?
Эш тип көйҙөк, тыуған ҡәҙерен белдек,
Байлыҡ тиеп иҫебеҙ китмәне.
Күңелдәрҙә ҡомар, йәшәү дәрте,
Эй, ғүмеркәй, ашығып үтмә әле.
Балаларҙың балаларын һөйөп,
Туймаған бит әле был күңел.
Йәшәгән һайын ҡәҙерлерәк ғүмер,
Йырланаһы йырҙар юҡ түгел.
Бәхет, шатлыҡ татып ҡалғы килә,
Сиге барын уның кем тойған.
Һөйөүҙәрҙән төңөлмәйҙер күңел,
Йәшәүҙәрҙән әле кем туйған.
Рима ИБРАҺИМОВА
Ҡотлоюл ауылы
Читайте нас: