Все новости
ТОРМОШ ТИГӘНЕҢ…
20 Июля 2021, 09:15

Кәзә хужаһы погонлы булһа...

Уны йыш мыҫҡыллайҙар: кәзә лә булған мал, тип ебәрәләр. Любовь зла, полюбишь и козла тиҙәр, әйтерһең, кәзә мөхәббәткә мохтаж түгел. Әрһеҙ хайуан ул, үҙһүҙле, көтөүҙә лә һарыҡтарҙы әллә ҡайҙа алып сыға ла китә, көтөүҙә булмаһа, бар ауылды дер һелкетә, баҡсаңды нисек ҡамама, бәләкәй генә тишек ҡалһа - бөттө, барыбер, яйын табып, керә, уның башы һыйһа, башҡа ере лә һыя. 

Кәзә хужаһы погонлы булһа...
Кәзә хужаһы погонлы булһа...

Әҙәмде яфалай, ҡыҫҡаһы. Берәҙәк кәзәнең хужаһы һине тыңлап, холоҡһоҙҙо бәйләһә, башҡа һинең баҡсаңа ебәрмәһә яҡшы ла, ә тыңламаһа? Бигерәк тә власҡа яҡын кеше булһа, нимә эшләргә? Республика башлығына ярҙам һорап яҙырға. Ермолаево кешеһе шулай иткән дә:
"У нас в Ермолаево весь огород козы поели, потоптали. Участковый заявление взял, с хозяевами коз о чем-то поговорил, по итогу как ходили козы так и ходят. Потому что сын хозяев коз работает там же в полиции".
Район хакимиәте яуабын биргән: мәсьәләне асыҡларбыҙ, кәзәне тоторбоҙ, хужаһына әйтербеҙ... 

Кәзә тәбиғәте менән үҙһүҙле, холоҡһоҙ, бәндәләр генә малдарына оҡшамаһа ине, юҡһа, кәзә проблемаһын Хәбиров та хәл итеп өлгөрә алмаҫ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: