Все новости
ТОРМОШ ТИГӘНЕҢ…
13 Сентября 2021, 12:25

Ни көнгә төштөгөҙ һеҙ, кешеләр?

Бындай хәл бер беҙҙә генә икән тиһәк... Туғай Кинйәһе ауылы зыяраты кәртәһен урланылар, Бөгөлсәндекен дә тейәп алып киттеләр, https://youshatir.ru/articles/iman/2021-07-31/zyyaratty-yna-teym-ge-2446695?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=33983974 https://youshatir.ru/articles/tormosh-tig-ne-ы/2021-08-08/lg-ndeken-kem-urlay-2454301?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=33983974

Ни көнгә төштөгөҙ һеҙ, кешеләр?
Ни көнгә төштөгөҙ һеҙ, кешеләр? 
Әтрәгәләмдәр һәр ерҙә етерлек, баҡһаң, хәйер, әтрәгәләм тип әйтеү бындайҙарҙы маҡтау һымаҡ яңғырай - әҙәм аҡтыҡтары. 
Ишембай районы Үрнәк ауылы янында өр яңы зыярат асҡандар - иҫке зыяратта күмер урын ҡалмаған булған. Инде генә, эште бөтөрөп, яңы кәртәләр ҡуйып бөтһәләр, күп тә үтмәй, профнастилдарҙы һүтеп тә алып китәләр. Ҡуйып бөткәндәрен көтөп кенә торғандар, әйтерһең. 
Төҙөлөш материалына хаҡтар ныҡ артты, дөрөҫ, улар янына яҡын барырлыҡ түгел. Шулай ҙа үлгәндекен урлап байып буламы ла был урлағанды ҡағып ҡуйғандан һуң тыныс йоҡлап буламы?  
Фотола изге Торатау күренә. Был хилафты ул күҙәтеп торған бит инде, ҡото осҡандыр: ни көнгә төштөгөҙ һеҙ, кешеләр? 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: