Все новости
ТОРМОШ ТИГӘНЕҢ…
23 Сентября 2021, 11:53

Барыһы ла һыя

Этеш-төртөш, ҡай саҡ талаш. "Долина" магазины әлеге көндәрҙә иң популяр урынға әйләнде. Беҙҙең хәбәрсе лә, хәҙер инде икенсегә, унда барып килде. Оҙаҡ көттөк, юҡ та юҡ. Сират ҙур, күпме ваҡыт үтһә лә шылмай ти. Ҡаланыҡылар күбеһе эштән һорап киткән, ауылдан таң һарыһынан, һыйырҙы һауғас та, бында юлланғандар бар.

Барыһы ла һыя
Барыһы ла һыя

Тамаҡ тамуҡҡа еткерер. Машина менән килгәндәр, "Долина" тирәһен тиҙ генә ташлап китә алмай, һыйыш юҡ, боролор ер юҡ. 

Долина, башҡортса, киң үҙән була. Әлегә был үҙәнде киң тип әйтеп булмай, шулай ҙа барыһы ла һыя, бигерәк тә кеҫәһе тар булғандар. 
"Долина"нан репортаж иртәгә гәзиттә сыға. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: