Туҡтаным, туҡтамай ҙа ҡайҙа бараһың – закон улар яғында. ГИБДД егеттәре. Аһ, фәләнеңде, исмаһам, бөгөн тотмаһалар ҙа була ине, 8 март та баһа. Машинаның артҡы ултырғысында бүләктәр ята. Шул бүләктәрҙе һатып алам тип кенә сығылғайны.
Праваһыҙ байтаҡ ҡына йөрөлдө, праваны кире ала торған мәлгә ярты ғына йыл ҡалғайны һәм бына һиңә “Мә”. Эләктем.
- Кем ул был?- теге бәндә китеп барғас, погонлы егеттәргә өндәштем.
- ГАИ начальнигы ла баһа.
-Улай икән, - белеп бөтмәҫһең начальниктарҙы, килеп өлгөрмәй, китеп баралар, йыш алмашыналар. Шунда эшләгән бер ҡыҙ аҙаҡ, ниңә барып танышмайһың, юҡ һылтауҙы бар итеп, кереп йөрө тип аҡыл өйрәтте. Файҙалы танышлыҡ булыр, йәнәһе. Әшнәлек, файҙалы тынышлыҡ булдырыу ҡанда юҡ, бындай ғәҙәт булманы, артабан булмаҫ та инде,
-Машинаны килеп алырҙар, нимәгә уны штрафстоянкаға ҡыуырға, түләүе күп тә. Эвакуатор ғына 3,5 мең, унан тегендә ултырған өсөн сәғәтләп түләтәләр – апаруҡ килеп сыға.
- Начальник ҡушты ла баһа, беҙ ҡалайтайыҡ?
Ғәйеп үҙеңдә булғас, давайлашып, талашып тороп булмай. Киноларҙа ғына ул «Я требую адвоката» тип екерәләр, беҙҙә кемдә көс – шул закон. Алып киттеләр. Полиция бүлегенә алып барғас, ниңә алып килдегеҙ ул, ни өсөн уны ултыртаһығыҙ, тип тегендәге хеҙмәтҡәрҙәр аптыраны. Нигеҙ юҡ та. Һин начальник – мин дурак тәртибе ҡайҙа ла бер, ҡуштылар бит, тыңламаһаң, үҙеңә эләгә. Кеҫәләрҙә нимә бар, сығарып һалдырҙылар, телефонды алдылар, бер тапҡыр шылтыратып өлгөрҙөм (йә, кем уйлаған ошолай булыр тип, исмаһам, тотолғанда нимә эшләргә тигән закондарҙы ҡарап сыҡҡан булған инем, хәҙер тор инде һиңмай һымаҡ). Ботинканың бауҙарын систереп алдылар, был аҫылынып тормаһын тиҙәр, күрәһең, ул бауҙың минең муйынды уратырға ла етмәй икәнен күрмәйҙәрме икән ни?
- Нимә улай уҫал ҡарайһың? - ҡапшаған бер полиция егетенә минең ҡараш оҡшаманы.
- Ату нисек ҡарайым?
Был өндәшмәне. Бында килеп эләккән әҙәм кеше булыуҙан туҡтай ахры. Полицияла тотҡондарҙы язайлай, этләйҙәр икән тигән хәбәр киң таралған, ҡайҙалыр шулайҙыр, беҙҙең Күмертауҙа улай булмаҫ, бер бәләкәй ҡалала йәшәйбеҙ ҙә. Улай тиһәң.... Табанға ҡыҙған үтек ҡуя йәки Ҡарлуғас позаһына һалып шаҡара башлаһалар ҙа аптырайһы түгел – кеше ғүмере, яҙмышы беҙҙең илдә бер тин.
Ситлеккә керетеп, арттан шалтыр-шолтор итеп ишекте бикләнеләр. “Хушығыҙ, хыялдарым». Камерала бер үҙем. Ята торған таҡта урындыҡта бер матрасҡа оҡшаған нәмә ята, башҡа бер ни юҡ. Уныһы ла ҡыҫҡа, ятып ҡарағайным, аяҡтар таҡтала ятырға мәжбүр. Һыуыҡ. Ярар, өҫтә йылы свитер. Праваһыҙ йөрөйөм тип, ят инде хәҙер ҡотһоҙ стеналарға ҡарап. Бындай мәлдә әҙәм балаһы нисектер үҙен йыуатырға тырышалыр, башҡа уйҙар килә: тимәк, мин кемделер ҡасандыр рәнйеткәнмен, шуның өсөн был яза. Тыныс ҡына, түҙемле ҡабул итергә кәрәк. Беҙ күрәһен береһе лә күрмәҫ. Теге ГАИ начальнигы әйтте бит бая: задолбали про тебя звонить, тине. Фәлән Төгәнов праваһыҙ йөрөй, шундай-шундай машина, номеры, хатта маршруты шулай тигәндәрҙер. Ярҙам ҡулы һуҙыусыларға ҡарағанда, ярҙан этеүсе «изге» йәндәр донъяла күберәк була. Нимә уйлаһаң да, үҙем ғәйепле, сәбәләнеүҙән файҙа юҡ.
Өйҙәгеләр килде. Бында ни, полиция участкаһында, таныштар күп, дежурҙа торған бер егет, рәхмәт төшкөрө, ғаиләне эскә үткәрҙе, үҙе былай ярамай тиһә лә. Ашарға алып килгәндәр. Тамаҡҡа көсләп тығаһыңмы ни, ашағы килмәй.
Ҡыҙ бала илап ебәрҙе. Ситлек артында ултырған атайҙы күреү күңелле күренеш түгел. Малай йылмая:
- Один день Ивана Денисовича... - шаяртып маташа, Солженицын менән мауыға башлаған әллә суҡынсыҡ.
Телефон аша шылтыратҡанда, китаптар алып килегеҙ тигәйнем, юғиһә, аҡылдан шашам бында (янға берәйһен керетһәләр шәберәк булыр ине, күңеллерәк – күрше камераларҙа күмәк ултыралар, минең янда береһе лә юҡ). Килтергәндәр. Хемингуэй, психология буйынса бер китап һәм Башҡорт теле дәреслеге. 5 класс. Ҡулдарына нимә эләкте, шуны тотҡан да сыҡҡандар былар. Шәп. «Старик и море»ны мәктәптә уҡығанда тәки уҡып бөтөп булмағайны, түҙемлек етмәгәйне, Әле бына осона сыҡтым – кешенең рухи көсө тураһында икән дә. Украт кәрәк мәле булып сыҡты был китаптың. Психологияһы ла килеште, ҡат-ҡат уҡылһа ла, йәнә уҡырға тура килде, Авторы Синельников, мәғәнәһе бар һымаҡ, тормоштағы бөтөн бәләләрҙә үҙең ғәйепле тигәнгә ҡайтып ҡала.
Башҡорт теле дәреслеге. Ваҡыт күп, уға ла сират етте. Институтта уҡығанда уҡ педагогтар менән бәхәсләшә инем, нимәгә ул, баланың башын ҡатырып, төрлө ҡағиҙәләр ятлатабыҙ, башҡорт телен уҡытыу бөтөнләй дөрөҫ ҡуйылмаған, В. Хажинды уҡығыҙ, ул күптән шулай тип яҙа, ун бер йыл буйы уҡыусы төрлө ҡағиҙә ятлай, башына барыбер бер ни ҡалмай, ә башҡортса грамоталы яҙа, уҡый ғына түгел, йүнле һөйләшә лә белмәй. Ризалашманылар минең менән, Хажин әйткәнсә уҡытһалар, кем йыл һайын ғилми брошюралар сығарыр, кем кандидат, доктор булыр? Ҡылым һөйкәлештәре, йүнәлештәре, төркөмсәләре, күләмдәре, рәүешлеге... Дәреслекте ситкә алып ҡуйҙым.
Ҡарышҡан шикелле, мин ултырған камера дежур полиция бүлмәһенә ҡаршы ғына, үткән-һүткәнгә күренеп ултырам. Таныштар күп. Егеттәр, кем Себер китмәгән, ошонда эшкә килә, эше ауыр булһа ла, эш хаҡы арыу, пенсияға ла иртәрәк сығаһың. Беҙҙең ауылдан бер ағай пенсия йәшен еткерә алмай этләнә, ауылда, етмәһә, эше юҡ. Унан алда малайы пенсияға сыҡты, ошонда, полицияла эшләгән малайы.
- Нимә эшләп ултыраһың ул бында? - тәки абайланылар, погонлы бер таныш егет, үтеп барышлай, танып ҡалды.
- Күрмәйһеңме ни, китап уҡып ултырам...
Материал тулы килеш гәзиттә баҫыла.