Все новости
ТОРМОШ ТИГӘНЕҢ…
1 Июня 2022, 11:51

Исмаһам, русса йырла

Асарбаҡтар. Ҡайҙан килеп сыға, уның тәбиғәте ниндәй - бар һин асыҡлап ҡара, кеше күңеле - ҡара урман, яҙмыштары сыуалыш. 

Исмаһам, русса йырла
Исмаһам, русса йырла

Хәтерегеҙҙә булһа, Күмертауҙа 90 йылдарҙа иҫке автовокзалда бер инәй йөрөй торғайны. Аҡыл яғы һайыраҡ, бахыр, халыҡ гөж килеп торған автовокзалды тыуған йорто һымаҡ күрер ине. Гел йырлай йә бейер ине үҙе. Улары башҡортса. Эй, шул саҡта оялыуҙар, исмаһам, русса йырла.

Юҡ булды был инәй, имеш-мимеш үлтергәндәр уны тип хәбәр таратты. Аҙағыраҡ бындай бәндәләрҙе күп күрергә тура килде, иғтибарҙы ныҡ йәлеп иткәне бер һаҡаллы бабай булды. Тоғон арҡаһына аҫа ла, ҡаланы бер итеп, йөрөр ине. Быныһы ла башҡорт ине. Уның менән "Юшатыр" материал эшләне, интервьюһын баҫтыҡ.
Бына әле лә ДомБыта янындағы туҡталышта бер ир йәшәй. Ҡышты нисектер ҡышланы. Йәше менән алтмышҡа ла етмәгән.

Материал гәзиттә баҫылыр. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: