Все новости
ТОРМОШ ТИГӘНЕҢ…
4 Августа 2022, 17:10

Ай һарыһын ярып һыуҙа йөҙәм

Фәнир МАЛБАЕВ, Ермолаево ауылы.

Ай һарыһын ярып һыуҙа йөҙәм
Ай һарыһын ярып һыуҙа йөҙәм

Ай һарыһын ярып һыуҙа йөҙәм,
Көмөш тәңкәләрен туҙҙырып.
Төнгө хиллек, сихри ләззәтлекте
Уй - зиһендәремдән уҙҙырып.
Бала саҡтан һыу буйында үҫтек,
Беҙ кисеүҙә, ҙурҙар тәрәндә.
Ололарҙың сумыу, йөҙөүҙәре
Күҙ алдымда минең һаман да.
Үҫә төшкәс шул ололар мине
Билдән тотоп һыуға сөйҙөләр.
«Батып үлһәң йөҙөп сыҡма», - тиеп
Ярҙан серле көлөп торҙолар.
Бөтә көсөм һалып сапсаландым,
Сәсәй-сәсәй эстем һыуҙарын.
Әмәлдәрен табып йөҙөп киттем,
Ярға етеү ине уйҙарым.
Хәлем бөтөп яр буйында ятам,
Фекер йөрөтәм, тағы уйланам.
Абзыйҙарға әсенәм… әммә үҙем,
Йөҙөп киткәнемә ҡыуанам.
Тормош михнәттәре, ҡай саҡтарҙа,
Төпһөҙ даръяларға сөйгәндә.
Аҡтыҡ көсөм һалып айҡалашам,
Тәүге тапҡыр һыуҙа йөҙгәндәй.

Фәнир ағайҙың шиғырҙары иртәгә гәзиттә лә баҫыла. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: