Юлсыға ярҙам итеү - ҙур сауап тигәнде лә бәләкәйҙән ятлаттылар.
Аскер Төркмәнстандан юлға сыҡҡан. Ырымбурға йәшелсә алып килгән. Кире яҡҡа буш ҡул ҡайтып булмай, Пермь ҡалаһына барып етеп, тегендә арбаһына спирт тейәргә була. Ырымбурҙа тауарын бушатып, һин дә мин китеп барһа, машинаһы һүнә лә ҡуя. Соляркаһы туңа - бында һиңә төркмәндәр иле түгел. Ә һыуыҡ Көйөргәҙе ере.
Ете ят араһында япа-яңғыҙ ҡал әле, Аскер ҡайҙа барып, ҡайҙа бәрелергә белмәй. Бер мәл ГИББД килеп етә. Машинаны юлдан ситкәрәк шылдыралар. Үҙен "Юлсы" кафеһына алып барып ташлайҙар. Тегеләй итә сит ҡунаҡ, былай итә, ахырҙа хәбәр Күмертау ҡалаһы эшҡыуары Юлай Сәғитовҡа ишетелә. Тегенең автомобилен тағып алып ҡайталар (Юлайҙың Күмертауҙа КүмАПП яғында ҙур биналары, гараждары бар), йылытып, иретәләр ҙә солярканың һыуыҡҡа түҙә торғанына алмаштыралар. Бушҡа түгел инде, Ашһабадта Аскерҙың хужаһы түләй. Төркмән водитель беҙҙәге солярка хаҡын күргәс, сәстәре үрә тора:
- 55,20 һум ти??? Беҙҙә солярка, һеҙҙең аҡсаға әйләндергәндә, 8,45 һум тора!
Быныһы ярар, Ю. Сәғитовтың хеҙмәткәрҙәре машинаны әҙәм рәтенә килтергәс, рәхмәт йөҙөнән, егеттәрҙе һыйлап алайым әле тип, Аскер магазинға юллана. Унан да күҙҙәре аҡайып ҡайта - ҡалай һеҙҙә хаҡтар ныҡ ҡиммәт ул.
Бөгөн барып килдек яндарына. Алыш-биреште өҙөп, хушлашып йөрөйҙәр.
- Беҙгә тағын киләһеңме?
- Юҡ. Килһәм дә, йәй көнө генә киләм.