Ҡәбер урындары ҡайҙа, урынына әллә ҡасан йортмо, һараймы һалып бөттөләр, совет ваҡытында кешелә дин ҡайғыһымы?
Беҙ бит үҙебеҙ ситтән килгән халыҡ, элек Екатерина батшабикәнең Өфө-Екатеринбург юлын һаҡлап йөрөгән халыҡ булғанбыҙ. Тамьяндар. Аҙаҡ, әбей батша аҡса түләмәй башлағас, ҡасҡанбыҙ, бына ошо яҡҡа. Карателдәр менән анау Муса тауы янына алыш булған. Аҙаҡ тамьяндар былай килешкән: биш өлөшкә бүленәйек. Шулай иткәндәр ҙә. Бәләкәй-бәләкәй ауылдар булып таралышып бөткәндәр.
...Беҙ Сәлимәм менән 7 бала үҫтерҙек. Өсәүһен ерләнем... Сәлимәм дә юҡ.... Тормоштар шулайыраҡ булып китте, икегә бүленде. Эс бошҡанда, телевизор тоҡандырам, ул лауылдап торһа, аҙ ғына булһа ла, күңеллерәк.
Нәғим Нафиҡов менән әңгәмә киләһе һанда баҫыла.