Все новости
ТОРМОШ ТИГӘНЕҢ…
11 Декабря 2022, 10:42

Балта

Уның хәҙер әллә ни кәрәге лә юҡ.

Балта
Балта

Ҡасандыр һатып алынды ла, йөрөймө йөрөй машинала. Юҡ-юҡ та иҫкә төшә - урманға барһаң, сыбыҡ-сабыҡ сабырға, зыяратта булһаң, ҡәберҙе селектән таҙартырға. Таҙарта торған ҡәберлектәр йылдан-йыл арта.
- Ишекте аса алмайым, берәй инструментың юҡмы, - күптәнге таныш шулай тип килеп еткән, өсөнсө ай "һалдырып" йөрөй, өйөнән сыҡҡан да, ишеге бикләнгән дә ҡуйған, кире инә алмай аҙаплана икән. Балта уның менән китте. Китте лә шунда ҡалды, ҡулың менән биргәнде аяғың менән ал. Бер алып килмәһә, бер килтерер, балтаның әле хәжәте юҡ. Һатып эсмәҫ әле, хәҙер элекке һымаҡ дефицит заман түгел, балта тип, кеше бик ҡыҙығып бармай.
Бөгөн иртән, таныш кеше, әллә күпме юғалып торғандан һуң, килгән. Ҡулында пакет.
- Берәй нәмәң юҡмы?
- Юҡ. Етерҙер инде, бишенсе ай китте лә.
- Шулай ҙа ул. Үлеп барам.
- ...
- Балта кәрәкмәйме һиңә?
- Ниндәй балта?
- Бына. Ал. Әле эшкинерлек.
Килтереп сығарҙы. Машинала юлдаш булып йылдар буйы йөрөгән ғәзиз балта.

- Күпмегә һатаһың? - ҡыҙыҡ булып китте.
- Пузырь.  
- Һин миңә минең балтаны кире үҙемә һатырға булдыңмы?
- Һинекеме ни ул? 
Балтаһы һыуға төштө бының. Буш күңел менән ҡайтып китте. 
Балта ҡалды. Кәрәге тиер әле, йәйгә эше табыла ул. Ҡоро-һары ҡырҡырға, зыярат таҙартырға. Улары йылдан-йыл арта. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: