Все новости
Туризм
7 Сентября 2018, 12:17

УҢЫШТАР БАРМЫ?

Көйөргәҙе районы Бөрйән, Күгәрсен райондары менән бергә «Бөрйән» туристик кластерына инде, тип яҙғайныҡ.

Көйөргәҙе районы Бөрйән, Күгәрсен райондары менән бергә «Бөрйән» туристик кластерына инде, тип яҙғайныҡ. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: «Бөрйән» туристик кластеры 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән «Эске һәм ситтән килгән туризмды үҫтереү» федераль программаһына инде.
Туризм-рекреация кластеры Бөрйән, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондары биләмәләрендә ойоштороласаҡ. «Бөрйән» кластеры дөйөм алғанда 2,5-3 миллиард һумға баһалана. Федераль һәм республика ресурстары иң күбе 500 — 700 миллион һум тәшкил итәсәк, ҡалғаны иһә — шәхси секторҙан.
Был йүнәлештә бер-ике генә түгел, ә тиҫтәләгән кеше эшләүе күҙаллана, туризмды үҫтереүҙең бик күп алымдары тәҡдим ителә. Тегендә база, бында ял йорто, умартасылыҡ һәм башҡалар. Ошо рәүешле байтаҡ аҡса йыйыласаҡ. Ә власть тарафынан иһә инфраструктура, яҡшы юлдар, электр, газ менән тәьмин итеү ҡарала. Бындай эшмәкәрлек һөҙөмтә бирергә тейеш, тиҙәр. Беҙҙең райондан иһә туризм йәһәтенән Кинйә Арыҫланов музейы, Яҡут тоҙло күле телгә алынғайны. 2023 йылға тиклем йәмғеһе 195 яңы эш урыны булдырыласаҡ, тинеләр.
Әле был йүнәлештә яңылыҡтар юҡмы икәнлеген белешеп ҡараныҡ.
Рәмил Рәжәп улы ЮЛБАРИСОВ, «Яҡут»йәмғиәте директоры :
- Әле бер ниндәй ҙә яңылыҡтар юҡ. Октябрь аҙаҡтарында булыр, тип көтәбеҙ. Ошоға тиклем нисек эшләгәнбеҙ, шулай уҡ эшебеҙҙе дауам итәбеҙ. Яҡут күленә быйыл да былтырғы кеүек үк кешеләр килде. Уларҙың һаны артманы ла, кәмемәне лә. Кем бында бер килеп күргән, шулар йыл да килә. Эшләгән аҡсабыҙҙың бөтәһен дә кире ошонда уҡ тығабыҙ. Ҡайҙандыр аҡса өмөт итеп, көтөп ятмайбыҙ. Бында ял итергә килгән халыҡ нимә һорай, нимә теләй, шуның барыһын да эшләргә тырышабыҙ. 20 генә беседка ине, бына әле тағы 25-те ҡуйып йөрөйөм. 16 душ бар, тағы ла 40-ты өҫтәргә ине. Күперҙе лә яңыртырға кәрәк. Шулай уҡ яңы туалеттар, умывальниктар ҡуйыу планлаштырыла. Быйыл көҙҙән өлгөрмәһәм, яҙ көнө 10 өй ултыртмаҡсымын. Әлегә тиклем бында бүлмәләр генә ине, халыҡ айырым өйҙәр һорай. Пляж зонаһына ҡом алып килергә лә кәрәк. Эшләйем тиһәң, эше күп инде. Яҡут күленә инеү өсөн түләү тәүлегенә 100 һум. Ошо хаҡты арттырмай, икенсе йылға ла ҡалдырырға уйлайым. Мораптал, Яҡут халҡы шулай уҡ бушлай керә. Ял итеү миҙгеле бик ҡыҫҡа бит, ай ярым, йәғни 40 көн тирәһе. Үҙегеҙ күрәһегеҙ, йәй бик һуң ғына башланып китә лә, ҡапыл ғына бөтөп тә ҡуя. Был ваҡытта беҙҙә 5 меңләп кеше ял итеп өлгөрә. Көнөнә 100-ләп кеше килә. Кредитҡа булһа ла аҡса бирһәләр, бында матур итеп өйҙәр, кафе төҙөп ултыртыр инек. Бының өсөн күп тә кәрәкмәй, 2-3 млн. һум аҡса етәр ине. Бына көтәбеҙ инде, туризм кластерына эләккәс, Өфөнән, бәлки, ярҙам булыр.
Мөслимә Нурулла ҡыҙы БИКТИМЕРОВА, Кинйә Арыҫланов музейы директоры:
- Туристик кластеры менән әле һорау тулыһынса хәл ителмәгән. Яңылыҡтар юҡ, тиһәң дә була. Бына тиҙҙән музейыбыҙ территорияһына пушка алып килергә тейештәр. Музейға килеүселәр һаны ла шул уҡ. Күбеһенсә үҙебеҙҙең район уҡыусылары килә. Яҡшымбәт, Таймаҫ, Свобода, Абдул уҡыусылары бик йыш килеп тора. Ермолаево уҡыусылары ғына һирәк килә. Йылына шулай уҡ 1500 тирәһе кешене ҡабул итәбеҙ. Башҡа райондарҙан да килергә теләүселәр күп тә ул. Бына Мәләүездән уҡыусыларҙы саҡырғайныҡ. Балаларҙы алып килеү өсөн мәшәҡәте күп, тиҙәр. Сөнки уларҙы медиктар, полиция хеҙмәткәрҙәре оҙатып барырға тейешле. Музейға инеү хаҡы шулай уҡ 20 һум. Музейыбыҙҙы килеп күргән кешеләр 1-се Кинйә ауылына алып барығыҙ, тиҙәр. Ундағы тәбиғәт ҡомартҡыларын күргеләре килә уларҙың. Шуға күрә туристарҙы шунда ла алып барырға тура килә беҙгә.
Читайте нас: