Ермолаево паркында «Көҙгө турфест» исемле ярыштар үтте. Был ярышта барлығы 11 мәктәптән 70 турист ҡатнашты. Бар уҡыусылар ҙа бер тигеҙ була алмай, шуға уларҙы ике класҡа бүлделәр: «А» класында шәберәктәре, ә «Б» класында уларҙан саҡ ҡына ҡалышҡандары. Туристарыбыҙ алдан әҙерләнгән дистанцияны үтергә тейеш ине. Ярыш бик ҡыҙыу барҙы. Аҙаҡ еңеүселәр билдәләнде:
I урын — Бахмут мәктәбе (етәксеһе Логинов А.С.);
II урын –Зәк-Ишмәт мәктәбе (етәксеһе Сатыбаев С.М.);
III урын – Ермолаевоның 1-се мәктәбе (етәксеһе Григорьев А.А.);
I урын – Зәк-Ишмәт мәктәбе (етәксеһе Сатыбаев С.М.);
II -III урын – Яҡуп мәктәбе (етәксеһе Ниғмәтуллина Г.Х.).